Баҫманың күҙәтеүсеһе Михаэль Штюрмер АҠШ хәрбиҙәренең Сүриәне ҡалдырыуы “Рәсәй яғына төбәктә ҙур уйын алып барырға мөмкинлектәр бирә”, тип иҫбатлай. Автор фекеренсә, НАТО-ға ҡараған илдәрҙең ҡеүәтлерәк сағы бар ине. Хәҙер иһә альянсҡа ҡараған илдәргә үҙ-ара ышаныстың кәмеүенә зарланырға ғына ҡала.