Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 14:35

Баймаҡ егете һәләк булған

Кисә кис Баймаҡ районында булған юл-транспорт ваҡиғаһында йәш ирҙең ғүмере өҙөлдө. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Юл хәрәкәте полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла Ниғәмәт ауылына ингән ерҙә була. 30 йәшлек “Дэу Нексия” водителе машинаһы менән 36 йәшлек ирҙе тапата. Бәрелеш бик көслө була, еңел автомобилдең алғы тәҙрәһе ярыла, хатта түбәһе йәмшәйә. “Ашығыс ярҙам” табиптары ирҙе дауаханаға алып китеп өлгөрә, тик ярҙам итә алмай. Йәйәүле аңына килмәй йән бирә.


Кисә Башҡортостан юлдарында 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, уларҙа бер кеше үлә һәм 10 кеше йәрәхәтләнгән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/bayma-egete-l-k-bul-an-/
Читайте нас: