Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 18:00

Бөгөн баш ҡалала «Өфө» дискуссия майҙансығы ойошторолдо

Йәмғиәтте борсоған һорауҙар. Бында Башҡортостан үҫешенә өлөш индерергә, тыуған яғына хеҙмәт итергә теләгән студенттар йыйылды.

«Өфө» дискуссия майҙансығы пленар ултырыш менән башланды, ул 2020-24 йылдарҙа «Башҡортостандың үҫеш сценарийы» темаһына бағышланды. Спикерҙар менән типә-тиң әңгәмә ваҡытында республикала ғәмәлгә ашырылған проекттарҙы яҡшыртыу юлдары ҡаралды. Өфөлә вуз-ара кампус төҙөү, йәштәргә донъя кимәлендәге белем алыу мөмкинлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ҡатнашыусылар был проектҡа үҙ теләктәрен дә индерә алды.


Башҡортостандың алдағы биш йылға үҫеше тураһындағы Указға ярашлы дусскусия майҙансығы дүрт йүнәлешкә бүленде. Унда йәштәр мөхитендә милли сәйәсәт, проектҡа нисек инвестициялар йәлеп итеү, сәләмәт тормош, экология, һанлы иҡтисад һәм башҡа темаларға ҡыҙыу әңгәмә барҙы. Проблемалар бар, улар тураһында ҡурҡмай һөйләргә һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә кәрәк, ти «Өфө» дискуссия майҙансығы спикеры Байрас Азаматов.


Осрашыуға килгән студенттар сәйәсәт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән аралашыу мөмкинлеге алды. Дискуссия майҙансығында күтәрелгән мөһим һорауҙарға кейс форматында яуаптар теркәлде. Был проекттарҙы йәштәр бөгөндән үк тормошҡа ашырырға әҙер, тип билдәләй ойоштороусылар. Шулай уҡ белгес булараҡ нимә эшләргә, шәхси һәләттәрҙе нисек үҫтерергә тигән һорауҙар ҙа яңғыраны.


«Өфө» дискуссия майҙансығы проекты етәксеһе Влада Чернова билдәләүенсә, был сара йәштәрҙе сәйәсәт өлкәһендә уҡымышлы һәм аҡыллы булһын өсөн үткәрелә. Киләсәктә сараны республика кимәлендә ойоштороу, студенттарҙы ғына түгел, эшләп йөрөгән йәштәрҙе лә йәлеп итеү планлаштырыла.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: