Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 14:33

21 баланы бәхетле иткәндәр

Ирина Вервельская менән Вәхит Вәлиевтар Благовещенск ҡалаһында йәшәй. Улар Республика опекундар (попечителдәр), тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләр конкурсында ҡатнаша. Оло йөрәкле был пар 21 бала тәрбиәләй.

Иң тәүҙә уларҙың берҙәмлегенә, ихласлығына хайран ҡалдыҡ: конкурсҡа ғаиләнең барлыҡ балалары ла килгән, хатта үҙ ғаиләләрен ҡороп, үҙаллы йәшәгәндәре лә! Барыһы ла бер төрлөнән кейенгән, кәйефтәре көр, һәр ҡайһыһының үҙ шөғөлө – уңышы бар.


Ирина Александровна – эшҡыуар, автотранспорт өлкәһендә бизнесы бар.


- Үҙебеҙҙең өс балабыҙ бар. 2004 йылда ғаиләбеҙгә ҡайғы килде – оҙаҡ көткән балабыҙ тыуғас та вафат булды. Быны бик ауыр кисерҙем. Күңел бушлығын тултырыр өсөн, берәй етем баланы бәхетле иткем килде. Ирем дә был ниәтемде хупланы. Бына шулай, беҙҙең йортта тәрбиәгә алған тәүге бала барлыҡҡа килде, - ти Ирина ханым.


Улар ошо йылдар эсендә балаларына һигеҙ туй үткәргән, ейәндәре үҫеп килә.


Был ғаиләлә спортҡа ҙур иғтибар бүләләр. Ә 18 йәшлек бер улдары еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы булған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/21-balany-b-khetle-itk-nd-r/
Читайте нас: