Сүриәнең төньяҡ-көнсығышындағы хәл ҡаралды. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, Сүриә Ғәрәп Республикаһында тотороҡлолоҡҡа ирешеү илдең берҙәмлеге һәм территориаль бөтөнлөгө принциптарын хөрмәт итеү нигеҙендә генә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Сүриә халҡының һәр этноконфессиональ төркөмө мәнфәғәттәре иҫәпкә алынырға тейеш.