Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2019, 11:11

Спорт - йәшәү нормаһы

Халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында ил етәкселеге тарафынан байтаҡ саралар күрелә. Иң мөһиме - халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, тине Владимир Путин Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Президент ҡарамағындағы Советтың сираттағы ултырышында.

Фекер алышыуҙарҙың төп маҡсаты - төбәктәрҙең сәләмәт тормошто пропагандалауҙағы һәм 2024 йылға ил халҡының 55 процентын физкультура менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуҙағы роле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай маҡсатҡа ирешеү "Демография" милли проектының да төп күрһәткестәренең береһе буласаҡ. Уның биш федераль проекты араһында "Спорт - йәшәү нормаһы" тигәне лә бар.

Владимир Путин белдереүенсә, ҡуйылған маҡсаттар һанды ғына түгел, ә сифатлы күрһәткестәрҙе лә талап итә. Иң мөһиме - кеше һаулығы.

Ил төбәктәре башлыҡтары муниципалитеттарҙа физик культураны үҫтереүгә яуаплы етәкселек менән айырыуса тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш.


#ВладимирПутин
Читайте нас: