Радий Хәбиров фекеренсә, кеше әүҙем булғанда, уға мотлаҡ уңыш килә. «Мин һәр саҡ – бер ҡасан да бер нимә лә һорамағыҙ, айырыуса власть башында тороусыларҙан. Үҙҙәре килер һәм бирер, тигән ҡағиҙәгә таянып эш иттем». Ул шулай уҡ иң әүҙем һәм талантлы йәштәрҙең республиканан китеүенә борсолоу белдерҙе. «Беҙҙең бурыс – бында кадрҙар потенциалын һаҡлау, — тип иҫәпләй Радий Хәбиров. — Бында яҡшы мөнәсәбәт, энергияның ташып тороуы, республика үҫеше кәрәк».
Финалсылар һүҙҙәренсә, «Рәсәй лидерҙары» конкурсында ҡатнашыуҙың төп һөҙөмтәһе – илдең иң көслө белгестәре менән танышыу, үҙеңде юғары конкуренция шарттарында һынау мөмкинлеге.
24 октябрҙә икенсе Рәсәй лидерҙары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. «Рәсәй лидерҙары» конкурсының икенсе миҙгелендә гражданлыҡҡа сикләүһеҙ, тест эшләү өсөн рус телен яҡшы белгән һәм биш йылдан артыҡ етәксе тәжрибәһенә эйә булған, 55 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. 35 йәштән кесе ҡатнашыусылар өсөн еңеләйтелгән шарттар бар: етәксе вазифаһында ике йыл эш тәжрибәһе. Финалсылар һайланған уҡыу программаһына 1-шәр миллион һум ала. Конкурста еңеүселәргә илдең иң яҡшы идарасылары шәхси остаздар итеп билдәләнә. Шулай уҡ еңеүселәрҙән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының махсус «идарасылыҡ кадрҙар резервын үҫтереү программаһы»на һайлап алына.