Стәрлетамаҡ оҫталыҡ дәресен үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланмаған. Октябрь башында республика хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостандың шәхси мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында урындар алыуға сертификаттар биреү тәртибе раҫланғайны. Раҫланған тәртип буйынса Стәрлетамаҡта эшләй башлағандар, уның буйынса шәхси балалар баҡсаларына республика һәм урындағы бюджеттарҙан ай һайын һәр балаға алтышар мең бүленәсәк. Проект уңышлы булһа, шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар биреү практикаһы 2020 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың бөтә ҡалаларына һәм райондарына ла тараласаҡ. Бындай сертификат муниципаль балалар баҡсаһына урын көткән арала муниципаль баҡса түләүенә тигеҙ түләү менән шәхси мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында урын алыу мөмкинлеген бирә.
Шәхси балалар баҡсаларында урын алыуға хоҡуҡты раҫлаусы сертификаттар тапшырыу тәртибе Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2021 йылға тиклем өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән 100 процентҡа тәьмин итеү, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү тармағында дәүләт булмаған секторға булышлыҡ буйынса йөкләмәһен үтәү сиктәрендә эшләнгән.