Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2019, 10:41

Иткә һәр яҡлап иғтибар ит

Диетологтар деликатестар менән мауыҡмаҫҡа, итте артыҡ ҡыҙҙырмаҫҡа, уны бешергәндә тәмләткестәр, май һәм тоҙҙо саманан тыш күп ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. Туңдырылған итте иреткәндән һуң һыуытҡыста оҙаҡ һаҡларға ярамай.

Ҡаҙ майы ла – организм өсөн бик ауыр ризыҡ. Өйрәк, майлы һарыҡ, сусҡа ите лә ауыр үҙләштерелә. Тауыҡ, ҡуян, күркә ите диетик булып һанала. Һыуҙа бешерелгән итте йәшелсәләр менән ашау файҙалы.


Элиталы иткә, вакуумлы пакетта булһа ла, шикләнеп ҡарарға кәрәк. Һаҡланыу ваҡыты оҙағыраҡ булған һайын, уны күсереп йөрөтөү ваҡыты оҙаҡ, составында консерванттар күберәк тигән һүҙ. Бындай итте бер нисә тапҡыр туңдырып иретәләр. Тимәк, уның файҙаһы ла юҡ.


Сей килеш киптерелгән итте бер аҙ ғына ашарға ярай, ыҫланғанында, шашлыҡ составында зыянлы матдәләр күп, ти белгестәр.
Читайте нас: