Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2019, 14:30

Егәрле һәм ижади кешеләргә бай ауыл

Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгәндә тотош республика буйынса, шул иҫәптән беҙҙең районда ла бихисап саралар үткәрелә.

Күптән түгел «100 йыл дуҫлыҡта һәм татыулыҡта» район конкурсы даирәһендә «Дан йырлайбыҙ һиңә, Башҡортостан» тигән сараны тәтерарыҫландар урындағы ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә күрһәтте.

Тәтер-Арыҫлан - районда бай тарихы һәм эшһөйәр халҡы менән билдәле ауыл, улар араһында шағирҙар, нефтселәр, хәрбиҙәр, табиптар, төрлө өлкәләрҙә профессорҙар, генераль директорҙар һ.б. бар. Был ауылға 1739 - 40сы йылдарҙа Ырымбур өлкәһенән күсеп килгән Арыҫлан Бикмәтов нигеҙ һала. Уның быуындары үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә.

Йылдар үтә. Ауыл киңәйә, халҡы арта, унда йәшәүселәр уҙған өс йөҙ йылда тиерлек ауылдың үҫеше, төрлө кәсептәрҙең артыуы, граждандар һуғышы, аслыҡ-яланғаслыҡ, янғындар, коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, репрессиялар, һуғыштан һуң халыҡ хужалығын тегеҙеү, 1929 йылдарҙа ойошторолған колхоздың 90-сы йылдарҙа тарҡалыуы кеүек күп ваҡиғалар кисерә. Әммә, уларҙың өлөшөнә ниндәй ауырлыҡтар һәм һынауҙар төшөүгә ҡарамаҫтан, көслө рухлы тәтерарыҫландар уларҙы лайыҡлы үткәрә, балалар үҫтерә һәм уҡыта, йорттар төҙөй, дәүләткә һәм үҙҙәренә намыҫлы эшләй.

Бөгөн ауылда һәйбәт ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, балалар баҡсаһы һәм мәктәп бар, ә уларҙағы кеүек шундай матур мәсет районда башҡа бер ерҙә лә юҡ. Әммә ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле һәм көн дә тыуған ере мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр - ауылдың төп байлығы, әлбиттә. Сара барышында быларҙың барыһы тураһында ла сәхнәнән кисәне алып барыусылар ҙа, ветерандар, шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары ентекле һөйләне.

Шулай уҡ кисәлә 50 йыл татыу ғүмер кисергән «алтын» ғаилә пары - Илһөйәр һәм Закир Рысаевтарға хөрмәт күрһәтелде. Закир Хәжәр һәм Шакир Рысаевтарҙың алты балаһының беренсеһе булып тыуа. Тәтер-Арыҫлан мәктәбен тамамлағандан һуң, ул хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар төҙөү заводының ҡойоу цехында башлай. Артабан Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә, ә ҡайтҡандан һуң - туған колхозында электрсы, баш инженер, ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Уның тоғро йәмәғәте Илһөйәр Ауырғазы районында яҡты донъяға килә, әммә атаһы үлгәндән һуң әсәһе тыуған Тәтер-Арыҫлан ауылына күсенә. Байтаҡ йылдар ул урындағы табиплыҡ амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Улар өс балаһын да лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Эльмир - стоматолог, ҡыҙҙары: Зилә - Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә директор, Эльза - табип-педиатр. Закир Шакир улының һәм Илһөйәр Шәкүр ҡыҙының тормоштары бер-береңә ихтирамлыҡ, тыңлай белеү һәм юл ҡуйыу кеүек сифаттар хөкөм һөргән үрнәкле ғаилә өлгөһө ул. Урындағы ауыл биләмәһе башлығы Сәлихйән Ғүмәров тарафынан Рысаевтарға республика Башлығы исеменән тапшырылған бүләк, матур гөлләмә һәм балаларынан рәхмәт һүҙҙәре, элекке коллегаларынан ҡотлауҙар, яҡташтары башҡарыуында ихлас йырҙар кисәне тағы ла нығыраҡ биҙәне. 80 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе ауыл аҡһаҡалы, уның ғорурлығы булған шағир Рәфғәт Рысаевҡа ла был көндө бик күп йылы, ихлас теләктәр әйтелде, уны үҙебеҙҙә генә түгел, райондан ситтә лә бик яҡшы беләләр. Белгеслеге буйынса ветеринар-табип булһа ла, күңеле менән ул ғүмер буйына ижади кешеһе булып ҡала. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында студент булғанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай. Шул йылдарҙа уҡ респблика баҫмаларында уның шиғырҙары баҫыла. Тыуған районына эшкә ҡайтҡас та, район гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, ә бер мәл унда эшләп тә ала. Бөгөн ул - туғыҙ китап авторы. Аҡмулла исемендәге район премияһы лауреаты. Татарстандың яҙыусылар союзы ағзаһы. Һәйбәт ғаилә башлығы ла ул - бәхетле тормош иптәше, атай, олатай, ҡарт олатай. Аҡмулла исемендәге район премияһын булдырыусы Йәғәфәр Хисмәтуллин, ҡәләмдәше Зәки Зәйнуллин, ауыл биләмәһе башлығы Сәлихйән Ғүмәров, туғандары һәм яҡындары, ауылдың ветерандар советы рәйесе Илсур Рысаевтарҙың юбилярҙы ихлас ҡотлауҙары, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре - Рәфғәт Шамғун улы, һис шикһеҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән дә, ижады менән дә быларға лайыҡ.

Һәм, әлбиттә, кисә дауамында матур йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Гөлфиә Арыҫланова, Рәмилә һәм Нурия Рысаевалар, кисә ҡунағы Зөлфиә Ғилемйәнова, Рәмил Арыҫланов, Әҙилә Латипова, Зөбәржәт Бикмөхәмәтова, Илдар Фәттәхов, урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - кисә тамашалы булһын өсөн барыһы ла үҙ өлөшөн индерҙе.

Шулай итеп, бер сарала өс әһәмиәтле датаны берләштереп, тәтерарыҫландар уларҙың ауылдары матур ғаиләләргә, егәрле, талантлы кешеләргә ни тиклем бай, данлы тарихтары булыуын күрһәтте.


Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: