“Башлыса кешеләр йыһазды тоташтырыу һәм уны көйләү мәсьәләләре буйынса консультация биреүҙәрен үтенә. Өлкән йәштәге һәм әҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар волонтерҙар ярҙамын һорай. Бындай үтенес менән 450 кеше мөрәжәғәт итте, заявкаларҙың яртыһы тиерлек эшкәртелде лә инде. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып БЮТ телеканалын көйләү мәсьәләһе ҡала – ул республика буйынса элеккеге кеүек үк аналоглы режимда күрһәтә”, - тип аңлаттылар ведомствола.
Башҡортостанда әҙ килемле граждандарға – балаһына ай һайын ала торған пособие алыусыларға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алыусыларға һанлы эфирлы йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн йыһаз һатып алыуға һәм урынлаштырыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һигеҙ меңдән ашыу кеше дәүләттән ярҙам алған. Тағы ла ике меңгә яҡыны компенсация һорап мөрәжәғәт иткән. Ә волонтерҙар йыһазды көйләргә ярҙам итә.
Башҡортостан халҡы теләһә ҡайһы ваҡытта ҡыҙыу линияға шылтыратып, кәрәкле мәғлүмәтте белә ала. Ҡыҙыу линия телефоны: 8 (800) 347-00-55.