Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2019, 12:30

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Ҡорос» халыҡ театры кадеттар менән осрашты

Театраль Волга буйы Өфөлә. Уҡыу йорто студенттары кадеттарға Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ» тигән спектакленән өҙөк тәҡдим итте, уның премьераһы октябрь аҙағында университеттың тамаша залында үтәсәк.

Йәш артистар оҫталыҡ дәресе үткәреп сәхнәлә уйнау серҙәре менән дә уртаҡлашты. Бынан тыш, уҡыусылар халыҡ театрының «Тиле йәшлек» спектаклен кинотеатр экранында ла ҡарай алды.


«Театраль Волга буйы» конкурсы өс этапта бара. Ижади ярыш тәүҙә Башҡортостан театрҙары араһында үтә, унда 100-ләп коллектив үҙ көсөн һынап ҡарай, әммә федераль этапҡа ике театр ғына үтә, шуларҙың береһе «Ҡорос» халыҡ театры.


Хәҙер инде яҡташтарыбыҙ Башҡортостан данын Волга буйы федераль округы кимәлендә яҡлай. Икенсе этапҡа сыҡҡан «Тиле йәшлек» спектакле буйынса фильм 14 төбәктә күрһәтелә.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: