Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2019, 14:26

Бәләбәйҙә кем контейнерҙарҙы яндыра?

Быйыл Бәләбәй районында сүп-cар һаҡланған майҙандарҙа һәм махсус контейнерҙарға бәйле янғындар йышайған. Мәҫәлән, бишәүһе һѳҙѳмтәһендә ойошмалар 24 мең һум күләмендә зыян күргән. Ҡайһы саҡта баҙлап янған сүплектәге ут яҡын урынлашҡан ҡаралтыларға ла күсә.

Янғындың тѳп сәбәбе һүндерелмәгән тәмәке тѳпсѳгѳ йәки һаҡһыҙлыҡҡа бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер осраҡта яуыз ниәттә хаслыҡ ҡылғандар ҙа бар. Тәүҙә быҫҡып ҡына ятҡан ут, тоҡаныусан әйберҙәр ҡыҙғас, ҡапыл кѳслѳ ялҡын таратып яна башлай.


Янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ошондай хәл булғанда ут кѳсәймәһен ѳсѳн контейнерҙарҙа быҫҡып ятҡан утты күреү менән һыу һибергә кәңәш итә. Әгәр ҙә сүп-сар ныҡлап тоҡанған булһа, шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға кәрәк.



Читайте нас: