Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2019, 14:25

Аҡ халаттар бысранды...

«Медиакорсеть» яңылыҡтар порталы, прокуратура мәғлүмәттәренә таянып, табиптарҙың финанс мутлыҡтары тураһында хәбәр итә. Биш дауаханала коррупцияға ҡаршы закондың тупаҫ боҙолоуы күҙәтелгән.

Ғәйепләнеүселәр араһында республика тире-венерология диспансерының баш табибы ҡатынының 80 мең һумдан ашыу килемен күрһәтергә «онотҡан». Ҡариҙел районы үҙәк дауаханаһы етәксеһенең дә хәтере ҡыҫҡа булып сыҡҡан: ҡатынының баш ҡалала яңы фатирға эйә булыуын күрһәтмәгән. Нуриман, Дүртөйлө райондарының ҡайһы бер һаулыҡ һаҡлау етәкселәренә лә һорауҙары бар прокуратура хеҙмәткәрҙәренең.


Әйтеүҙәренсә, мутлыҡтың ҙурлығы буйынса әлегә Стәрлебаш районы дауаханаһының баш бухгалтерына етеүсе юҡ: ул дауахана исеменән 12 миллион һумға 30 килешеү төҙөүҙә ғәйепләнә.

Читайте нас: