Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 20:00

Стәрлетамаҡ – имен мөхитле иң яҡшы ҡалаларҙың береһе

Иҙел буйы федераль округы ҡалалары һәм ауылдары РФ Хөкүмәте ойошторған “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде.

Ижевск (Удмурт Республикаһы) “Милләт-ара тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу” номинацияһында еңеү яуланы, ә Стәрлетамаҡ (Башҡортостан Республикаһы) “Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡ йәшәйеше өсөн” имен мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү номинацияһында икенсе урынға сыҡты. Бузулук (Ырымбур өлкәһе) “Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү” номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.

“Халыҡ менән һөҙөмтәле элемтәне тәьмин итеү” номинацияһында ауылдар араһында еңеүсе тип Сыуаш Республикаһы Канаш районының Сугайкасин ауыл биләмәһе табылды, ә икенсе урын – Башҡортостан Республикаһы Йылайыр ауыл биләмәһендә.

Бөтәһе конкурсҡа 700-ҙән ашыу ғариза килгән. Премия фонды 40 миллион һум тәшкил иткән.

Йыл һайын үткәрелеүсе “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы 2017 йылдан бирле муниципаль идараның уңышлы тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, муниципаль берләшмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыу маҡсатында үткәрелә.

Конкурс еңеүселәре РФ Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә.


Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: