Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 11:32

Был дарыу яман шешкә килтерә

Ниндәй тип уйлайһығыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арзан, билдәле һәм яҡшы ярҙам иткән дарыу. Һүҙ ранитидин тураһында бара.


Уны төрлө ашҡаҙан сирҙәренән, үҙәк көйөүҙән яфаланғандар яҡшы белә һәм даими файҙалана. Был дарыу омездың арзан аналогы булып тора.


Белгестәр тикшереү үткәреп, ранитидиндың хәүефле булыуын асыҡлаған. Уның яман шешкә килтереүе ихтимал. Дөрөҫөрәге, дарыу түгел, ә уның Һиндостанда етештерелгән бер компоненты.


Ашҡаҙан сирҙәренән яфаланғандарға ул бик ярҙам итһә лә, үҙе арзан булһа ла, был дарыуҙы әйләнештән аласаҡтар. Рәсәйҙә генә түгел, ә башҡа илдәрҙә лә. Ҡыҫҡаһы, өйөгөҙҙә ранитидин бар икән, ташлағыҙ. Бер ерҙе дауалай, икенсеһен зыянлай шул ҡайһы саҡта дарыуҙар.
Читайте нас: