Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2019, 00:15

Өфөлә үҙенсәлекле хәрби акция үтте

«Килешеү буйынса хәрби хеҙмәт – һин һайлаған юл!». Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында үҙенсәлекле акция үтте.

Унда контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә мобиль ҡабул итеү бүлмәһе пункттары йәйелдерелгән, хәрби һәм махсус техника өлгөләре ҡуйылған. Акция барышында барлыҡ теләүселәр махсус тесттар уҙып, хәрби дежурлыҡ бурыстарын үтәүгә әҙерлеген билдәләй ала.


Хәрби техника өлгөләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Ул шулай уҡ граждандарҙы контракт хеҙмәтенә мобиль ҡабул итеү пунктында ла булды. Майҙанда хәрбиҙәргә хеҙмәт хаҡы түләү, медицина хеҙмәтләндереүе һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса консультациялар алырға, хәрби уҡыу йорттарының исемлеге менән танышырға, шулай уҡ контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға мөмкинлек тыуҙырылды.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: