Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 17:15

Башҡортостан менән Санкт-Петербургты нимә бәйләй?

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре дауам итә.

Республика делегацияһы Санкт-Петербург тау университетында булды. Билдәле юғары уҡыу йортона Рәсәйҙә руда сәнәғәте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт Исмәғил Тасимов нигеҙ һалған. Әле унда республиканан 50-нән ашыу студент белем ала.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге делегация уҡыу йортоноң төп корпусында Исмәғил Тасимовҡа ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалды, университет етәкселеге һәм студенттар менән осрашты.


Артабан яҡташтарыбыҙ Пискарев мемориаль комплексындағы Ленинградты батырҙарса һаҡлаған Башҡортостан яугирҙәренә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә һалды.

Делегацияның икенсе төркөмө "Һанлы технологиялар академияһы"нда учреждениеның эшмәкәрлеге һәм ҡалала һөнәри йүнәлеш буйынса алып барылған система үҙенсәлектәре менән танышты.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре 9 октябрҙә башланды. Сара барышында сәнғәт оҫталары оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарҙы.
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: