Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2019, 13:00

БАЛАЛАР "БАШҠОРТ ӘЛИФБАҺЫ"НДА ҠУНАҠТА

Өфөлә "Родина" кинотеатрында бәләкәстәр өсөн "Башҡорт әлифбаһы" тигән байрам ойошторолдо.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында бәләкәстәргә һәр йәһәттән дә уңыштар, аҡыллы булып үҫеүҙәрен теләне.


Алып барыусылар башҡорт хәрефтәре буйынса уйындар үткәрҙе, кескәй тамашасылар йыр-моңдарҙы, бейеүҙәрҙе яратып тыңланы, ҡараны. Айырыуса "Тамыр"ҙарҙың сығыштарын оҡшаттылар.

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: