Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь 2019, 11:30

Ихаталар төҙөкләндерелә

Алты йылға иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле Октябрьский ҡалаһында биш ихатала эштәр тамамланған, ҡалған икәүһе октябрь урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ яңы төҫ алған ихаталар менән ҡәнәғәт ҡалған.

Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртытыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү – “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: