Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 13:20

Башҡортостанға - 100 йыл

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы: тарих һәм әлеге заман” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы башланды. Ул республика көнөнә һәм Башҡортостандың республика булып ойошторолоуының 100 йыллығына арнала. Конференция эшендә Рәсәй төбәктәренән килгән 250-гә яҡын ғалим, студент ҡатнаша. Улар Башҡортостан тарихына төрлө яҡлап ҡараған.

Докладтарҙа НЭП дәүере эшҡыуарҙары, республика индустрияһы үҫеше һәм башҡа киң тамаҡлы йүнәлештәр яҡтыртыла. Санкт-Петербург дәүләт университетының кафедра етәксеһе, профессор Михаил Ходяков Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Башҡортостан лагерҙарында йәшәгән сит ил әсирҙәрен өйрәнгән.

Конференция ике көн дауам итә. Бөгөн Башҡортостан тарихы һәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә арналған ике секция ултырышы үтә.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: