Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2019, 13:15

Бөгөн ил буйынса Бөтә Рәсәй иҡтисад диктантын яҙалар

Өфөләге майҙансыҡ Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ойошторолдо. Акцияла студенттар, педагогтар, барлығы ҡырҡ кеше ҡатнашты. Улар тәүге ҡағыҙ аҡсаларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе, кредит карталары, банк депозиттары һәм акциздарға бәйле тест форматында егерме һорауға яуап бирергә тейеш ине. Сара халыҡтың финанс грамоталығын күтәреү, иҡтисади әүҙемлеген баһалауға йүнәлтелгән.

Илгиз Ҡәҙерғолов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры: “Диктанттың төп темаһы "Көслө иҡтисад - Рәсәйҙең үҫеше, төп маҡсат – йәштәрҙең потенциалын үҫетереү, республикала йәшәүселәрҙең иҡтисад фәне буйынса белем кимәлен тикшереү һәм үҫтереү”.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: