Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2019, 11:24

Бөйҙөнөң ағинәйҙәре маладис!

Учалы районы Бөйҙө ауылының клубы һәр саҡ гөрләп тора. Гөрләмәҫ тә ине, бәлки, әгәр гөрләтер кешеләре булмаһа.

Шөкөр, Елена Жәмил ҡыҙы Ғәбдинова етәкләгән мәҙәниәт усағына юлға дәртле ауыл халҡы саң ҡундырмай.


Төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙып торған был клубта сентябрь аҙаҡтарында "Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл" тип аталған ҙур сара ла үтте. Уны ауылдың ағинәйҙәре менән бергә үткәргәндә, ауыл хакимиәте лә, мәктәп тә ситтә ҡалмаған. Күмәкләп тотонғанға ла, сара юғары кимәлдә үтеп, ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килгән.


Сәләмәт йәшәү рәүеше, милли аш-һыу, дарыу үләндәре шифаһы - быларҙың барыһы ла сара үҙәгендә булған.


Бөйҙө клубы мөдире Елена Ғәбдинова, ауыл хакимиәте башлығы Гүзәл Яҡупова, мәктәп директоры Лилиә Янгличева, ауылдың ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Зифа Әсфәндиәрова һәм башҡа әүҙемдәргә ҙур рәхмәт - килгән ҡунаҡтар алдында районыбыҙҙың йөҙөн ҡыҙартманылар, афарин!


Ауыл клубтары һәр ҡайҙа шулай гөрләп эшләп торһон!


Читайте нас: