Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 10:15

Мортаза Рәхимов (Документаль романдан өҙөктәр)

Завод дауаханаһы 1987 йылда Башҡортостанда ҡырҡа үҙгәреш булғайны инде. Республикаға 18 йыл етәкселек иткән Миҙхәт Шакировты авторитар етәкселектә, демократияны быуыуҙа ғәйепләп торҙолар ҙа, үҙ теләге буйынса тип, вазифаһынан бушаттылар. Айға яҡын ваҡыт Шакировты һүктеләр, әрләнеләр, ҡарғанылар ҙа, бер ғәйепһеҙ бәрәс рәүешендә күреп, башынан һыйпап тиерлек пенсияға оҙаттылар.

Ошо хәл Мортаза Рәхимовты һағайтты. Ауыҙы ни һөйләгәнде ҡолаҡтары ишетмәне лә ҡулы ни яҙғанды күҙҙәре күрмәнеме икән ни? Шул мәлдән ул “үҙгәртеп ҡороу” тигән өндәмәгә ышанмаҫ булды. Әгәр республиканың башында 20 йылға яҡын тороп, уның үҫеше өсөн иламһыҙ көс түккән, Ер шарының алтынан бер өлөшө самаһы ерҙе биләп торған илдең иң юғары даирәләрендә ҡайнаған кешене ошо рәүешле баһалайҙар, дөрөҫөрәге, бер төрлө лә баһаламайҙар икән, бүтәндәргә ни һан, тип аптыраны. Миҙхәт Шакировтың өлгәшкән уңыштары булған икән, шуларҙы асыҡтан-асыҡ әйт, ниндәйҙер хаталары, халыҡ алдында ғәйептәре булһа, быларын да күрһәт һәм бына шуның өсөн эшенән алына тиң. Ни өсөн йәшерәһегеҙ, ниңә аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тимәйһегеҙ? Юҡһа, аҡһыл-ҡара, көрәнһыу-йәшел, тип маташалар бит. Был бер ҙә генә лә үҙгәртеп ҡороуға оҡшамаған, тип уйланып йөрөй ине, шуның шауҡымы үҙ башына төшә яҙҙы.


Бер көн эштә ултырһа, телефон шылтыраны, ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ:

– Мортаза Ғөбәйҙуллович, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире шылтырата, – тине.


Бәй, тип ғәжәпләнде Рәхимов, һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдиренә минең ни ҡатнашым булыуы бар? Бер ваҡытта ла шылтыратмай, бер ваҡытта ла минең менән эш итмәй торғайны бындай кимәлдәге кешеләр. Шулай ҙа трубканы алды.

– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең дауахана комплексында төҙөлөп бөтөп барған бинаның майҙаны, хаҡы һәм сафҡа индереү ваҡыты ҡасан? – тип һораны һаулыҡ һаҡлау мөдире.


– Ул тиклем ентекләп төпсөнөү нилектән килеп сыҡты әле?


– Беҙ өс айлыҡ отчет төҙөйбөҙ һәм ошо бинаны үҙебеҙҙең отчетҡа индереп ҡуяйыҡ тигәйнек.


– Бәй, беҙҙең объектты һеҙ нисек үҙегеҙҙең отчетҡа индерер итәһегеҙ?


– Ҡала советы башҡарма комитетының күрһәтмәһе буйынса.


– Ниндәй күрһәтмә? Ни эшләп ул турала миңә әйтмәгәндәр?


– Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Бына минең ҡулда ул күрһәтмә.


– Нимә тип яҙылған унда? Уҡығыҙ әле.


– Ҡала советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенә нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана бинаһын ҡала башҡармаһының балансына индереү өсөн әҙерлек эштәрен башларға кәрәк, тиелгән.


– Ҡул да ҡуйылған, мисәте лә бармы был документтың?


– Юҡ. Был ҡарар түгел. Тик ҡала етәксеһендә үткән кәңәшмәнең стенограммаһы ғына.


– Шулаймы? Ә һеҙ уны миңә бирә алаһығыҙмы? Стенограмманы булмаһа, беҙгә ҡағылған өлөшөнөң күсермәһен генә.


– Бирә алам. Был бит йәшерен документ түгел.


– Рәхмәт, һеңлем. Беҙҙең хеҙмәткәр һеҙҙең янға инеп сығыр әле.


– Ярар.


Документты алып уҡығас, Рәхимов Ҡала советы башҡарма комитеты рәйесенә шылтыратты.


– Әйтегеҙ әле, ни нигеҙҙә һеҙ беҙҙең дауахананың корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә күрһәтмә бирҙегеҙ?


– Берҙән, күрһәтмә түгел, ә әҙерлек эше генә. Икенсенән, быны беҙгә партия өлкә комитетының икенсе секретары Крюков ҡушты.


– Нимә тип?


– Сәнәғәт предприятиеларына етәкселек иткән секретарь булараҡ, нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә һәм унда завод эшселәрен генә түгел, Өфөнөң бүтән кешеләрен дә ҡабул итеүҙе ойошторорға кәрәк, тине. Мин, завод милкен үҙебеҙгә ала алмайбыҙ, тигәйнем дә, Крюков үҙемде һүгеп ташланы. “Нефть заводы үҙе айырым дәүләтме әллә? Ул Совет иле эсендә түгелме? Завод директоры партияның өлкә комитетына буйһонмаймы?” тип әрләндем.


Рәхимов артабан ирәгәләшеүҙе килештермәне, хушлашып, трубканы һалып ҡуйҙы. Әммә дауахана корпусын да еңел генә биреп ебәргеһе килмәне. Уны төҙөүҙе лә ул үҙе башлағайны. Заводтың үҙ дауаханаһы күптән бар ине. Завод ҙурайҙы, эшселәр күбәйҙе, ә дауахана бынан утыҙ йылдар нисек булһа, шул көйө ҡала килде. Иҙәне, ишектәре генә түгел, стеналары, түбәһе лә туҙҙы. Профсоюз ойошмаһы, партком, дауаханаға ремонт яһайыҡ, тип йөрөй башланы. Тик Рәхимов икенсе фекер белдерҙе: тәүҙә дауаханаға яңы бина һалайыҡ, шунан иҫкеһен яңыртырбыҙ. Профком менән партком хатта аптырабыраҡ ҡалды. Элек завод директорҙары производствонан тыш сығымдарҙы йоҙроҡтан һығып төшкән тамсы рәүешендә генә бирә торғайны, был аҡса муҡсаһын өҫтәлгә ташлай: алығыҙ – күпме кәрәк. Әлбиттә, йәмәғәтселек ойошмалары шатланышты, рәхмәт әйтергә тотондо. Ашыҡмағыҙ рәхмәтләргә, тине Рәхимов, тәүҙә төҙөйөк, шунан әйтерһегеҙ. Бина өсөн ҡаланан ер алыу, проектты яраштырыу, һыу, газ үткәреү, юл һалыу мәсьәләләрен хәл итеү эштәре менән үҙе йөрөнө. Былар бөтөүгә аҡса тәьминәтен көйләп ҡуйғайны инде. Өс йыл тигәндә төҙөлөш аҙағына етеп кенә килә ине, мә һиңә, йортто тартып алырға йөрөйҙәр.


Директор тәүҙә шаңҡып ҡалды, шунан өлкә комитеты секретарының ҡарарын юҡҡа сығартыу тураһында уйлай башланы. Ҡайһылайтырға? Икенсе секретарҙың үҙе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәктер, моғайын. Бәлки, уйын үҙгәртер? Килеп сыҡмаһа, беренсе секретарь менән һөйләшеү кәрәктер. Әллә Мәскәүгә үҙҙәренең главкаһына яҙып ҡарарға микән?


Шул уйҙар менән Рәхимов партия өлкә комитетының тау башындағы йортона китте. Машинаны байтаҡ ситкә ҡалдырҙы ла ишеккә табан атланы.


Гранит таштан һалынған ҡоймалар артында аҡ мәрмәр менән көпләнгән мөһабәт бина ултыра. Тирә-яҡ юлдар асфальт. Үҙенең хужалыҡ етәксеһе ғәҙәте буйынса йорттоң арҡырыһына, буйына, бейеклегенә күҙ һалды ла, быларҙы аҡсаға самалап, һай, быға күп сығым һалғандар икән, тип уйланы. Аҡ йорт 70-се йылдар уртаһында һалынып бөткәйне. Өфөнөң йәме булып тауҙың иң бейек ерендә урынлашҡан. Ҡалаға көньяҡтан ингәндә поездан да, автомашинанан да мөһабәт булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Рәхимов үткән-һүткән һайын уны ҡарап йөрөй, тик яҡындан ентекләп күргәне юҡ, сөнки бында кәңәшмә-маҙарға йүгереп килә, йүгереп сығып китә, тигәндәй ине. Бөгөн үҙ ирке менән атлай, шуға иркенләберәк күҙ һалырға форсаты бар.


Ниәте – икенсе секретарь янына инеү. Заводта йомошо булған һәр кем Рәхимов янына инә лә китә. Ә бында нисек икән һуң тәртип? Секретарҙарға алдан яҙылып, көнөн, ваҡытын билдәләп киләһең, тип тә һөйләнгеләй торғайнылар, шулай булһа, уға ишектең асылмауы ла бар. Аҫҡы ҡатта ишек төбөндә тиерлек поста уны милиционер ҡаршыланы.


– Һеҙ кем? Ҡайҙа киләһегеҙ?


Мортаза партбилетын сығарып күрһәтте.


– Крюков секретарға киләм.


Милиционер партбилетты ҡараны ла кире бирҙе:

– Рәхим итегеҙ. 602-се бүлмә. Лифт эшләй.


Мортаза лифтҡа түгел, баҫҡысҡа ҡарай атланы, йәйәүләп менергә булды. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелгәйне, берәү менән төкөшә яҙҙы. Икеһе лә шып туҡтаны.


– Бәй, Мортаза Ғөбәйҙуллович, һинме был?


– Мин. – Үҙе ҡаршыһындағы кешегә һынамсыл ҡарап торҙо ла:

– Ә, яҡташ. Бакиров. Бында эшләйем тигәйнең бит әле.


– Эйе, ошо ҡатта минең бүлмә. Әйҙә, инеп күреп кит.


Мортаза был осрашыуға шатланып та ҡуйҙы хатта.

– Әйҙә һуң.

(Дауамы бар).

Башҡортостан гәзите.
Читайте нас: