Президент Рәсәйҙә энергетика тармағының киләсәге тураһында һөйләне һәм күп һанлы һорауҙарға яуап бирҙе. Сәғүд Ғәрәбстанында нефть эшкәртеү заводына осҡостарҙың һөжүме, АҠШ-тағы сәйәси хәлдәр һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе, хатта хәбәрселәргә долларҙың әһәмиәте, Украиналағы газ үткәргестәрҙе файҙаланыу хаҡында ла һөйләне.
Рәсәй Президенты белдереүенсә, АҠШ долларҙы сәйәси ҡорал сифатында конкуренттарға баҫым яһау өсөн файҙалана. Владимир Путин үҙенең Дональд Трамп менән һөйләшеүҙәренең стенограммаһын иғлан итеүгә ҡаршы түгел. Ә Украина менән газ ташыу буйынса килешеү төҙөргә мөмкин. Сөнки хәҙерге президент Владимир Зеленскийға бик ауыр мираҫ ҡалды, сәнәғәттең табыш килтергән иң төп тармаҡтары юҡ ителде. Ә инде АҠШ-тағы һайлауҙарға Рәсәйҙең ҡыҫылыуына килгәндә, Путиндың нескә юморы форумда ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.