Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 11:10

ВЛАДИМИР ПУТИН ЕВРАЗИЯ ИҠТИСАДИ СОЮЗЫНЫҢ ЫҢҒАЙ ЭШ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕН БИЛДӘЛӘНЕ

Рәсәй Президенты Евразияның Юғары иҡтисади советы ултырышында ҡатнашты. Сара был юлы Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда уҙҙы.

Йыйынға Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Молдова, Иран, Сингапур лидерҙары ла килгәйне.

Эшлекле осрашыуҙар буйынса документтар имзаланды.

Шул иҫәптә ЕАЭС ағзалары булған дәүләттәр һәм Сингапур араһында ирекле сауҙа тураһында Килешеү төҙөлдө.


Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ сығышында Евразия иҡтисади союзының ыңғай эш һөҙөмтәләре менән килешеүен белдерҙе.

Ғөмүмән, берлек менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр һаны арта. Сербия, Израиль, Мысыр бергә эшләргә теләй. Тиҙҙән Һиндостан менән ирекле сауҙа итеү тураһында һөйләшеүҙәр башланыуы ихтимал.

#ВладимирПутин

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: