“Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме тураһындағы положение”ға ярашлы, был юғары награда “ҡаһарманлыҡ ҡылыуға бәйле, дәүләт һәм халыҡ алдындағы хеҙмәттәр өсөн” бирелә.
Сергей Чемезов иһә юғары исемгә оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереүгә һәм илдең оборонаға һәләтен арттырыуға тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.
Бынан тыш, Президенттың айырым Указы нигеҙендә Рәсәй Геройының тыуған ере – Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында уның бронза бюсы ҡуйылыуы ла ихтимал.