Донъя йыр сәнғәтенен “алтын тауышы”, 50 йыл ғүмерен йыр сәнғәтенә бағышланған, 37 мәртәбә Чехия Республикаһынын “Алтын һандуғас” йыр фестивале һәм тиҫтәләгән донъя кимәлендәге конкурстарҙа енеүсе бөйөк йырсы Карел Готт минең бала саҡта тәү башлап тауышын ишеткән мәлдән кумирым булды. Унын Словакияның Быстрицк ҡалаһында үтәсәк концерты алдынан интервью биреүен үтенеп башта ирем менән хат яҙып тапшырҙыҡ. Унан һуң мин Өфөгә юлландым. Һәм ҙур тулҡынланыу менән йырсынан яуап көтә башланым. Көндәрҙән бер көндө, ниһайәт, Карел Готт кеҫә телефонынан шылтыратты. Тын алырға ла ҡурҡып трубканы ҡулыма алам.
-Аһой, пани Һодбодь, то е Карел. Як се мате?(Һаумыһығыҙ, Һодбодь ханым, хәлдәрегеҙ нисек?)
-Добже, декуи (рәхмәт, яҡшы), - тип яуаплайым.
Тик ҡурҡыуым бушҡа булып сыға: йырсының бәрхәт тауышы үтә лә тыныс, йомшаҡ. Артабан ул миңә үҙенең интервью бирергә ризалығын белдерә, һорауҙарҙы алдан әҙерләп килеүемде үтенә, әнгәмә ваҡытын билдәләй.
– Насхледоноу! (Һау булығыҙ!)
Иҫ киткес тулҡынланыу тойғоһо кисерәм. Шулай ҙа юғалып ҡалмайым. Чех телендә йырсының хәлен, кәйефен һорашам, ҡыуанысымды белдереп, рәхмәт әйтәм. Карел Готтың концерты беренсе апрелгә тура килгәнгә күрә көлөшөп алабыҙ. Йырсы йәнләнеп китә. Үҙенең дә тулҡынланыуын белдерә: күптән Рәсәй журналистарының интервью алмағандарын белдерә.
Словакиянын Быстрицк ҡалаһындағы ун мең кеше һыйҙырышлы Спорт һарайында үткән йылдың беренсе апрель көнө энә төртөр ҙә урын юҡ ине. Йәштәр баҫып тыңлаһа, өлкәндәргә ултырғыстар килтерҙеләр. Ләкин барыбер барыһы ла инә алманы. Күптәр урын етмәү сәбәпле тышта ҡалды.
Билет хаҡы 350 евро тора. Шуны әйтергә кәрәк: етмеш дүртенә аяҡ баҫҡан Карел Готт Европала иң популяр, иң ҡиммәтле йырсы иҫәпләнә. Моң һандуғасы ун биштән ашыу телдә йырлай, унын концерттарын Ер шарының төрлө мөйөштәрендә һәр саҡ көтөп алалар. Репертуарында чех композиторҙары яҙған йырҙар менән бер рәттән сит ил композиторҙарының да йырҙары күп. Немец телендәме, инглиз, португал телендәме, ысын сәнғәткә тәржемә кәрәкмәй шул, Карел Готтың һәр йырын халыҡ гөр килеп ҡул сабып ҡаршылаһа, оҙон-оҙаҡ алҡышлап оҙата ла. Концерт барышында сәхнә аллы-гөллө ялан сәскәләре үҫкән болонға оҡшап ҡала.
Йырсы бер ваҡытта ла фонограмма ҡулланмаған. Башҡорт йырсыһы Абдулла Солтановтың тауышы нисек саф көйө һаҡланһа, Карел Готтың тауышы ла шул көйө: концерт ваҡыты бөткәндән һуң да ул сәғәттәй ваҡыт халыҡ һорауы буйынса йырланы ла йырланы...
Карел Готт концертты үҙе алып барҙы. Ҡыҫҡа ғына итеп үҙенең тормош юлы, нисек йырсы булып китеүе, йәшлек йылдары, ҡайһы бер кин билдәле йырҙарының тарихы һәм артист тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләп көлдөрҙө. Ихласлығы, ябайлығы, һөйкөмлөлөгө тамашасылар менән менән ихлас мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итте. Йырсының репертуарында Рәсәй композиторҙары ижад иткән йырҙар, киң билдәле романстар ҙа булды, үҙенен чех телендәге бер йырын “Карел Готтың тауышын ишетеү өсөн дүрт мең саҡрымдан килгән Рәсәй журналисына арнайым (ошо юлдар авторына)”, тип иғлан иткәс, ҡыуанысымдын сиге булманы!
Карел Готт менән алдан килешкәнсә концерт алдынан әңгәмәләштек. Йырсы шаян, төртмә телле булып сыҡты. Ике һүҙҙен береһендә көлдөрөп ала, үҙенең дә һорауҙары бихисап. Өфөнән бүләккә тип алып килгән йәш рассәм Юлай Әминевтың “Башҡорт ҡыҙы”, “Автопортрет” тип аталған ике картинаһын бүләк иткәс, йәнләнеп, шатланып китте. Үҙенең дә рәссам икәнлеген әйтеп, Юлайҙын картиналарын оҡшатыуын, уларҙың үҙенең шәхси коллекцияһында һаҡланасағын, үҙе тере саҡта уҡ нигеҙләнгән музейында бүләк ителгән башҡа эштәр менән бергә ҡуйыласағы тураһында әйтә, башҡорттарҙы,шул иҫәптән мине Владимир һәм Юлай менән күргәҙмәләремә килегеҙ, ти.
Карел Готты “Башҡорт ҡыҙы” ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы,әлбиттә. Картиналағы ҡыҙҙың тәңкәләре ни аңлатыуын, күлдәге,бигрәк тә оялсан ҡарашлы булыуына иғтибар итте һәм, бөтә башҡорт ҡыҙҙары ла шулай матурмы, әҙәпле, тәрбиәлеме тип ҡыҙыҡһынды.
- Эйе, шулайҙар, барыһы ла тап шулай, - тип яуапланым. Һәм, шаяртып, бына мин үҙем милләтемдең бер ярсығымын, тип өҫтәнем. Карел Готт ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Шунан һис шикһеҙ Өфөнө барып күрәсәген, танышасағын белдергәс, форсаттан файҙаланып, Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөлә халыҡ-ара йыр, сәнғәт конкурстары үтеүен, Башҡортостандың опера йырсыларының хатта Ла-Скала, Париж сәхнәләрен яулауын хәбәр итә һалам. Ваҡыт аҙ, етмәһә, бөйөк йырсы менән аралашыу ҙа иҫ киткес тулҡынландыра. Әллә ысын, әллә төш тигәндәй.
Ошо осрашыуҙа йырсыға өс телдә нәшер ителеүсе “Панорама Башҡортостана” журналын, “ Башҡортостан” альбомын (үҙем тәржемәсеһемен), “Башҡортостан мөғжизәләре”, “Өфө” төҫлө открыткаларын бүләк иттем. Артист Рәсәй, Башҡортостан, башҡорттар, Өфө хаҡында үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
...Үкенескә ҡаршы, тәғәйен ваҡытыбыҙ тиҙ генә үтеп китә. Карел Готҡа тип алып килгән раузалар букетын йырсыға тотторғас, ул битемдән үбеп ала һәм беҙ шаяра-көлә фотоға төшәбеҙ. Осрашыу һуңында Карел Готт артист Юлай Әминев менән минә автографтар яҙып дисктар бүләк итте, яйы сыҡҡанда мин дә тиҙ генә Өфөнән алып килгән пластинкаға йырсының автографын алдым, бер дискты үҙе бүләк итте. Башҡортостанға, башҡорттарға үҙенең сәләмдәрен,изге теләктәрен еткерҙе, hodne stesti a zdravi a uspechu v kultuze, тине. Йәғни халҡыбыҙға бәхет һәм именлек, мәҙәниәтебеҙгә үҫеш теләне. 2011 йылда алынған әнгәмәне 2019 йылда үҙе үлгәндән һуң ғына Башҡортостанға тәҡдим итермен тип кем уйлаған?
-Үҙегеҙҙең нисек итеп донъя сәхнәләрен яулауығыҙҙы һөйләүҙән башлағыҙ әле, зинһар?
-Ихластан. Мин бик боронғо кеше инде. 1939 йылдын 14 июлендә Плзень ҡалаһында ябай ғаиләлә донъяға килгәнмен. Ә һеҙ нисәнсе йылда тыуғанһығыҙ?
- Тап шул йылда минең йырсы булараҡ карьерам башланды. Уға тиклем үҙешмәкәр йыр түнәрәктәрендә шөғөлләндем, төрлө вокал конкурстарында һәм фестивалдәрҙә ҡатнаштым. Прагала ”Влтава”, “Штванице”, “Альфа” кафеларында йырлап йөрөнөм. Тап ошо йылда үҙемде тулыһынса йырға бағышларға булдым. Магнитофон таҫмаһына яҙылған тәүге йырым инглиз телендә 1960 йылда донъя күрҙе.
-Сит илдәге тәүге гастролдәрегеҙ ҡасан булды?
-1961 йылда. Башта Польшала, унан Мәскәүҙә, Тбилисиҙа, Бакуҙа, Ереванда һәм Ленинградта сығыш яһаным. Рәсәйҙә мине бик йылы ҡаршыланылар, үҙемде тыуған илемдәгеләй хис иттем.
Мәскәүҙә, Ленинградта, Киевта, Алматыла, Ригала 1970 йылдан башлап 1988 йылға тиклем уңышлы сығыш яһаным. Унан һуң юлдар өҙөлөп торҙо. Артабанғы килеүем 2000, 2004 2008 йылдарға тура килә. Үткән йылда бер көн генә Мәскәүҙә йырлап киттем. Хәҙер Рәсәйҙә йыш булмағас, рус телен дә онотоп барам инде. Рәсәйҙә мине лә онотҡандарҙыр ти...
-Шәхсән, Карел, һеҙҙе бала саҡтан яратып тынлайым. Телевизорҙан тапшырылған бер генә сығышығыҙҙы ла төшөрөп ҡалдырғаным булманы. Иң яратып тыңлаған йырҙарым “Паганини скрипкаһы” һәм рус романстары. Һеҙҙең кеүек ҙур талант эйәләре Анна Герман, Дин Рид, Марыла Родович, Бисер Киров, Мирей Матье, Джо Дассен... Барығыҙ ҙа рәсәйҙәргә яҡшы таныш. Йырҙарығыҙҙы хәҙер нисәмә быуын тыңлап үҫә! Етмешенсе йылдарҙан башлап бөтә грампластинкаларығыҙҙы йыйып барҙым, уларҙы мин генә түгел, һикһәненсе йылда тыуған улым менән ҡыҙым да тыңлап үҫте. Шулай булғас, мон оҫталарының тауышына йәш быуындың да һоҡланыуына ышанһағыҙ ине! Хатта элекке пластинкағыҙҙы ла һаҡлайбыҙ, тауышығыҙҙы, моңоғоҙҙо һағынабыҙ, тик үкенескә ҡаршы, Өфөлә дисктарығыҙҙы бөтөнләй табып булмай...
-Шулай ҙа бик шатмын. Онотмағандары өсөн ҙур рәхмәт!
-Һеҙ күберәген Европа илдәрендә сығыш яһайһығыҙ, Германияла йыш булаһығыҙ...
-Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Америкала, Австралияла, Һиндостанда, Японияла, ғәрәп илдәрендә, Израилдә лә булам, ләкин Германияла мине нығыраҡ яраталар кеүек. Бәлки, күп йырҙарымды немец телендә башҡарыуым сәбәпселер? Ниндәй илгә барам, репертуарыма шул ил телендәге йырҙар индерәм. Чех мәҡәлендә әйтелгәнсә: күпме тел белһәң, һин шунса кешеһен!
- Күп илдәрҙә булып, донъя сәхнәләрен яулағанһығыҙ. Ҡайҙа барһағыҙ ҙа Һеҙҙе “ Праганың алтын тауышы” булараҡ ҡабул итәләр. Ниндәй сығыштарығыҙҙы иң иҫтәлеклеһе тип иҫәпләйһегеҙ?
-1963 йылда Европа илдәре йырсыларының конкурсында “Таузенд фенстер”(“Мең тәҙрә”) исемле йыр менән ун өсөнсө урынға сыҡҡас, уңыш йылмайҙы, артабан “Евровидение-1968”-ҙә еңеп сыҡтым. 80-се йылдарҙа Азия һәм Америка илдәрендәге турым ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. 1989 йылда Прагала Вацлав майҙанында "бәрхәт революция"ны яҡлап халыҡ алдында сығыш яһаным.
-Һеҙҙең менән бергә сығыш яһау күп йырсыларҙың хыялы. Ниндәй йырсылар менән сығыш яһарға яратаһығыҙ?
-Алтмышынсы йылдарҙа популяр чех йырсыһы Власта Прухова менән радио хитпарадында ҡатнашып, еңеү яуланыҡ. “Күҙҙәреңә яуа ҡарҙар” исемле йыр менән уңыш ҡаҙандыҡ.
1963 йылда, аҙаҡ 2010-2011 йылдарҙа Германия, Канар утрауҙары, Испания, Австрия, Швейцария,Чехия һәм Словакия буйлап Ева Урбанова, Карл Штедрим менән сығыш яһаныҡ. Талантлы йырсы Гелена Вондрачкова менән уңышлы сығыш яһайбыҙ. Рәсәй йырсыларынан София Ротару ижадын яратам. Уның менән “Отчий дом” йырын бергә башҡарҙыҡ, Иосиф Кобзон менән аралашабыҙ.
-Ниндәй композиторҙар менән ижади хеҙмәттәшлектә эшләйһегеҙ?
-Композиторҙар һәм музыканттар Ладислав Штайдл, Иржи Сухи, Иржи Шлитр, талантлы театр режиссерҙары Олдржих Липски, Ян Немец, Ладислав Рихман, Андрей Гречиха менән бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, анлашып, аралашып йәшәйбеҙ.
Әлбиттә, йыр талантлы йырсының репертуарына килеп инһә, ул ошо йырҙы ғүмерле яһай. Һәм киреһенсә лә булырға мөмкин. Алтмышынсы йылдарҙа йырсы, музыкант һәм композитор Карл Краутгартнерҙың джаз оркестры менән Рәсәй ҡалаларында сығыш яһаныҡ. Беҙҙән алда Бенни Гудман сығыш яһаған булһа ла, зал тулы халыҡ булды. Ғөмүмән, Рәсәйҙең ниндәй генә мөйөшөндә булһаҡ та, һәр ваҡыт дуҫтарса ҡаршыланылар. Хәҙер шул йылдар хәтеремдә матур бер иҫтәлек булып һаҡлана.
Шәхсән күнелгә ятҡан, тәрән йөкмәткеле йырҙарҙы башҡарырға тырышам. Иң беренсе сиратта йырҙың моңона, аһәңлелегенә, эстәлегенә иғтибар итәм. Йөрәк ҡушыуы буйынса йырлайым. Мөхәббәт темаһына яҙылған йырҙарҙы яратып башҡарам. Рус композиторҙарына килгәндә инде Леонид Дербеневтың йырҙарына өҫтөнлөк бирәм. Мәғәнәле, монло йырҙар ижад итте ул. “Верни мне музыку”, “Я открою двери”, “Едет ярмарка” кеүек йырҙар әле булха репертуарымдан төшмәй. “Ах, ты душечка”, “Я вас любил”, “Я встретил вас”, Соловьи, соловьи, не тревожьте солдат” кеүек рус романстарын айырыуса яратып башҡарам. Ә бына башҡорт йырҙарын йырларға тура килгәне юҡ әле! (көлә).
-Карл, Һеҙ йырсы ғына түгел, ә актерһығыҙ ҙа. Бик күп кинофильмдарҙы тауышығыҙ менән биҙәгәнһегеҙ, үҙегеҙ ҙә киноға төшкәнһегеҙ. Шулар хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине!
-Эйе, ижадымдын был тармағы алтмышынсы йылдар башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Мин “Лимонадный Джо”, “Если бы тысяча кларнетов”, “Мученики любви”, “Три орешка для Золушки”, “Звезда падает вверх”, “С рекла штести”, “Наследство, или блин, ребята, гутен таг!”, “Жизнь меняет тебя” һәм башҡа популяр кинофильмдарҙы йырҙарым менән биҙәнем, тиҫтәләгән оперетталарҙа төп ролдәрҙе башҡарҙым. Комедияларҙа уйнарға яратам. Владимир Свитачек, ян Рохач, Ян Немец кеүек талантлы чех режиссерҙары, Вольдемар Матушка, Ева Пиларова кеүек монло тауышлы йырсылар менән хеҙмәттәшлек итәм.
-Карел, тауышығыҙҙың, уныштарығыҙҙың сере нимәлә?
-Уны һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ инде. Уңыш ҡаҙанам тигән йырсыға үҙ өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, ә күп эшләү өсөн тырышлыҡ кәрәк, шулай бит? Арбанан, йырсы арбаһынан төшөп ҡалмаҫ өсөн заман бергә атлау кәрәк. Алтмышынсы йылдарҙа, мәҫәлән, поп-музыкала мэйнстрим тип аталған стиль өҫтөнлөк ала башлағас, АҠШ-ҡа барып шуны өйрәнеп ҡайттым. Илле йыл репертуарымдан төшмәгән “Леди Карнавал” ошо командировка һөҙөмтәһе.
Донъя йыр сәнғәте маһирҙарынан Элвис Пресли, Фредди Меркьюри, Роя Орбисон йырҙарын өйрәндем. Миңә, сәхнәлә үҙен тота белмәй, тип тәнҡит һүҙҙәре әйткәс, Америкаға барып тәжрибә арттырып ҡайтыуҙың файҙаһы ҙур булды. Йырсыға тағы ла моңло тауыш ҡына түгел, сәхнәлә үҙ-үҙеңде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк.
-Һеҙ һаман да йәшһегеҙ, дәртлеһегеҙ, тауышығыҙ ҙа шул көйө, бының сере нимәлә?
-Спорт менән шөғөлләнәм. Һаман да күп эшләйем. Һәр яңы тыуған көн өй тирәләй йүгереүҙән башлана. Спортты ташламаным.
-Һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүегеҙҙе лә әйткәйнегеҙ...
-Бала саҡта йырсы булырға түгел, ә рәссам булырға хыялландым. Был ҡыҙыҡһыныуым атай-әсәйемә лә оҡшаны. Улар миңә мольберт, буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр һатып алғас, ҡыуанысымдың сиге булманы! Мәктәптә уҡығанда Боттичеллиҙын бер картинаһын тулыһынса үҙаллы төшөргәнем хәтерҙә. Яратҡан рәссамдарым Сальвадор Дали, Пабло Пикассо, Поль Гоген, улар кеүек һүрәт төшөрөргә хыялландым. Бала саҡ хыялын өлкәнәйгәс кенә тормошҡа ашырҙым. Концерттарҙан бушаған ваҡытта живопись менән шөғөлләнәм. Портрет жанрына ла өҫтөнлөк бирәм.
Бала саҡта кем кем булырға хыялланмай инде? Мин электромонтер, гинеколог булырға ла хыялландым ул (көлә). Ләкин йырға булған һөйөү барыһынан да өҫтөнөрәк булып сыҡты. Башта Прагала музыка училищеһында уҡыным. Прага дәүләт консерваторияһында бөйөк рус йырсыһы Федор Шаляпиндың уҡыусыһы профессор Карениндын опера вокалы класында белем алдым. Уны тамамлағас, талантлы музыкант Краугартнерҙың джаз оркестрында йырланым, шул уҡ ваҡытта Прагала “Семафор” һәм “Аполлон” театрҙарында ла уйнаным. Алтмышынсы йылдарҙағы сығыштарым иҫтәлек булып хәҙер кинотаҫмаларҙа ғына ҡалды. Артабанғы уныштарым хаҡында ишеттегеҙ инде. Ижадымды ҡайҙа ғына ла яратып, үҙ итеп ҡабул иттеләр, ләкин алтын, көмөш, платина, бриллиант дисктарға лайыҡ булдым тип күкрәк киреп йөрөмәйем, үҙ өҫтөмдә эшләүемде дауам итәм. Ысын сәнғәт кешеһе өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш, уңыш үҙенән-үҙе килмәй.
-Сәхнә менән хушлашырға ашыҡмайһығыҙ шикелле...
-1990 йылда сәхнә менән хушлашам тип турға сыҡҡайным, киреһенсә, сәхнәгә мәнгелеккә кире ҡайтыу булып сыҡты. Германия, Чехия, Словакия буйлап гастролдәрҙә йөрөнөм... һәм халыҡ яратҡас, халыҡ һорағас, ни эшләйһең, сәхнәне ҡалдырыу теләге бөтөнләйгә һүнеп ҡалды. Ошо тур һөҙөмтәһе булып 1992 йылда “Ир һәм ҡатын бергә булғанда...” исемле дискым донъя күрҙе. Ул тиҙ арала таралып бөткәс, 1995, 1997 йылдарҙа ҡабаттан сығарҙыҡ. Башҡортостан менән дә таныштырып китегеҙ әле, Миләүшә?
-Суверенлы Башҡортостан Россия Федерацияһындағы дәүләт, территорияһы буйынса Чехия Республикаһынан саҡ ҡына ҡалыша. Тәүге президентыбыҙ - Мортаза Рәхимов, икенсеһе - Рөстәм Хәмитов.
Башҡорттар - ирек һөйөүсе, ҡунаҡсыл, егәрле халыҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа ла әүҙем ҡатнашҡандар: 1812 йылғы француз һуғышында, 1941-1945 йылдарҙа Икенсе бөтә донъя һуғышында айырыуса ҙур батырлыҡтар күрһәткәндәр. Тик бер башҡорт кавалерия дивизияһы ғына 78 Советтар Союзы Геройын биргән. 1945 йылдын 9 майында Праганы фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә башҡорт егеттәре лә ҡатнаша, әйткәндәй, улар араһында “За освобождение Праги” миҙалы менән наградланған атайым Ҡолмөхәмәтов Мөтиғулла Фәтҡулла улы ла бар.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында чехтар Советтар Союзы Геройы генерал Л. Свобода (милләте буйынса чех) етәкселегендә 1-се Украина фронтында айырым Чехословакия корпусы булараҡ фашистарға ҡаршы иңгә-иң терәп һуғыша һәм тинһеҙ батырлыҡтар күрһәтә. Был һуғышта 140 мең совет һалдаты, 400 меңгә яҡын чех һәләк була.
Ә Чехословакияның милли геройы, йөҙҙән ашы ауыл һәм ҡаланы немецтарҙан азат итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан Ян Жижка исемендәге партизандар отрядының ҡыйыу командиры Даян Баян улы Мурзин - Башҡортостан егете. Хәҙерге Злин ҡалаһында (элекке Готвальд) унын исемендәге урам булған, хәҙер үкенес,үҙгәртелгән. Донъя сәхнәләрен шаулатҡан балет йондоҙо Рудольф Нуриев та беҙҙең Өфө егете. Бәлки, һеҙ белмәгәнһегеҙҙер ҙә әле?
- Дөрөҫөн әйтәм, белмәнем, пани Миләушә. Ә һеҙ, башҡортостандар, бөйөк шәхестәрегеҙ менән, ысынлап та, ғорурлана алаһығыҙ. Рәсәйҙәргә, башҡортостандарға күп сәләмдәремде ебәрәм, ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уныштар теләйем. Мине онотмауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Башҡорттар мәҙәни халыҡ икәнен белдем, рәхмәт, артабан да йыр-моңдан айырылмағыҙ, үҫегеҙ, сит илдәргә сығығыҙ!