Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2019, 11:16

Путин Медведевҡа милли проекттарҙы финанслағанда бюрократик ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ премьер-министры Дмитрий Медведевҡа милли проекттарҙы финанслау тураһындағы ҡарарҙар ҡабул иткәндә бюрократик ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ҡушты.

“Шундай үтенес һәм теләк, ошо төп финанс документты, илебеҙҙең төп финанс законын (федераль бюджетты) ҡабул иткәндән һуң киләһе йылдарҙа иғтибарыбыҙҙы финанслауға ғына түгел, финанслауҙың ритмлылығын тәьмин итеү маҡсатында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә бюрократияны бөтөрөүгә йүнәлтергә тейешбеҙ”, - тине ил башлығы премьерға. “Әгәр ҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға теләйбеҙ икән, билдәләнгән үҫеш маҡсаттарын финанслауҙың ритмлылығын һәм замансалылығын тәьмин итеү буйынса күп әйберҙәрҙе алмаштырырға кәрәк буласаҡ”, - тип өҫтәне Путин.

Алдағы өс йылға федераль бюджет тураһында һөйләгәндә, Путин был закондың “милли маҡсаттарҙы ҡаҙаныуҙың, кредит-аҡса сәйәсәтенең төп инструменты булыуын, уның йомғаҡтары буйынса һуңғы ваҡытта илебеҙҙә тотороҡло макроэкономик хәл булдырыуыбыҙҙы” билдәләне.


#Владимирпутин
Читайте нас: