Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 18:30

Өфөнән Рәсәй ҡалаларына ташламалы хаҡҡа осоштар асыла

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Эске һауа юлдарында 8 йүнәлешкә субсидия бирелә. Бының өсөн бюджеттан 100 миллион һум бүленә.

Себер ҡалаларына рейстарҙы субсидиялауға 80 миллион һум ҡарала. Әле Өфөнән Һамар, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Краснодар һәм Дондағы Ростов йүнәлештәре буйынса ташламалы хаҡҡа осорға мөмкин.
Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: