Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 18:25

Башҡортостан һанлы тапшырыуға күсә

14 октябрҙә республикала федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн телевизорҙы һанлы сигналға көйләргә кәрәк. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Башҡортостан - Рәсәйҙә дәүләт иҫәбенән мохтаждарға спутник ҡорамалдары урынлаштырған берҙән-бер төбәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға цифрлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә. Һанлы телевидениеға бәйле мәғлүмәтте 8-800-220-20-02 һанлы -“Ҡыҙыу линия»” номерына шылтыратып белергә була.

"Башинформ".
Читайте нас: