Ә бит Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуып үҫкән егет артист булырға һис ҡасан уйламаған да. Осраҡлы рәүештә гәзиттә иғлан күреп ҡалып, сәнғәт институтына уҡырға килгән сағында Нәғим инде ғаиләле, балалы булған.
"Яҡшы кеше мин, тик бер яман холҡом бар: таныш-тонош, “блат”, кәрәкле кешеләр менән файҙалана белмәйем, – ти артист үҙе хаҡында. – Нәғим, проблемаң булһа, шылтырат ҡына, тип төрлө түрәләр визиткаһын тоттора, ярҙам тәҡдим итәләр, ә мин, алйот, ошоноң рәхәтлеген күрә белмәйем. Ғаиләм бына тигән, Рәйсәм янымда, балаларым Искәндәр менән Ләйсәнде аяҡҡа баҫтырҙыҡ, ейән-ейәнсәрҙәрем үҫә... Кешегә бәхет өсөн тағы ни кәрәк?"