Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2019, 11:15

Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев менән эшлекле осрашыу

Владимир Путин Дмитрий Медведев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Уның барышында 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың планлы осорона федераль бюджет параметрҙары тикшерелде.

Д.Медведев белдереүенсә, беҙ иң мөһим документ - 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың планлы осорона бюджет проектын тикшерҙек. Уның төп күрһәткестәре Хөкүмәт ултырышында яңғыраны.Бюджетты төҙөгәндә беҙ мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алдыҡ. Милли именелек фонды күләме эске тулайым продукттан ете процентҡа артты, беҙҙең баһалауҙар буйынса, яҡын киләсәктә был үҫеш һаҡланасаҡ.


Иң ҙур статья - ул социаль өлкә. Киләһе йылда тейешле милли проекттар даирәһендә һаулыҡ һаҡлауға сығымдар ике тапҡырға арта - 2019 йылда 160 млдр. һумдан 320 млрд. һумға тиклем. Мәғариф һәм экология программаларына ла байтаҡ аҡса бүленә.
В.Путин осрашыу барышында ошо мөһим документты тикшергәндә Дәүләт Думаһы депутаттары уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтер тигән ышанысын белдерҙе.


#ВладимирПутин
Читайте нас: