Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2019, 17:22

Быяла һауытта... өс миллионлыҡ алтын

Чукотка Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Билибинола йәшәгән 46 йәшлек ирҙе ҡулға алған.

Ул 2,8 миллион һумлык алтын тултырылған банка һаҡлаған. Ҡиммәтле металдың дөйөм ауырлығы 1,33 килограмм тәшкил иткән. Алтын яратыусы иргә “Ҡиммәтле металл, тәбиғи ҡиммәтле таштар йәки ынйының законһыҙ әйләнеше” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Ҡыҙыҡ, әлбиттә, бындай байлыҡты ҡасан йыйып өлгөргәндер ҙә, иң мөһиме, нисек һәм ҡайҙан тапҡандыр!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/byyala-auytta-s-millionly-altyn/
Читайте нас: