Баҡтиһәң, аҡсаны шахталарға һалып, күмеп ҡуйғандар икән. Зәңгәр “бишлек”тәр, йәшел “өс”лөктәр, илле һумлыҡтар, ғөмүмән, совет осорондағы аҡсалар хәҙер, бер кемгә кәрәкмәгәс, шунда туҙып ятҡан. Элекке осор булһа, ошондай бер муҡсай һумлыҡтарға өр-яңы “Волга” машинаһын һатып алып булыр ине. Хәҙер улар сүп-сар өйөмөнә әүерелеп, Кострома өлкәһендәге Судиславский районындағы элекке стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең шахталарында ята.
Һуңғы йылдарҙа нумизматтар ҙа, экологтар ҙа был шахталар менән ҡыҙыҡһынмай, ә бына металл эҙләүселәр бик күп. Шулай итеп, аҡсаның да файҙаһыҙ булып, сүп өйөмөнә әүерелеп ятыуы мөмкин икән.