Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 11:14

Рәсәйгә Венесуэла президенты килә

Уны Владимир Путин менән осрашыу көтә.Венесуэла президенты Николас Мадуро хәбәр итеүенсә, тиҙҙән ул Рәсәйгә рәсми визит менлән юллана.

— Мин ике яҡлы мөнәсәбәттәр динамикаһын анализлау һәм иҡтисад, мәҙәниәт, социаль өлкәләрҙә беҙҙең кооперацияға стимул бирәсәк юлдар табыу өсөн, яҡын дуҫыбыҙ Президент Владимир Путин һәм уның командаһы менән осрашам, — тигән ул "Твиттер"ҙә сығыш яһағанда.

Билдәле булыуынса, 21 ғинуарҙа Венесуэлада Мадуроға ҡаршы күләмле протесттар башланды. Милли Ассамблея башлығы, контроль аҫтында оппозиция башлығы Хуан Гуаидо законһыҙ рәүештә үҙен дәүләттең ваҡытлы башлығы тип иғлан итте. Бер нисә Көнбайыш иле АҠШ етәкселегендә уны таныу тураһында белдерҙе.

Рәсәй, Ҡытай, Төркиә һәм башҡа дәүләттәр Мадуроны легитим президент булараҡ хупланы. Мәскәүҙә Гуаидоның “президент статусы” ғәмәлдә түгел тип атанылар.

#ВладимирПутин

Рреспублика баҫмаларынан.
Читайте нас: