“Рәсәйҙең ҙур туристик потенциалы бар. Төбәктәребеҙҙең тәбиғи матурлығы, уларҙың мәҙәни төрлөлөгө яҡшы билдәле. Беҙҙең өсөн туризмдың социаль-иҡтисади һөҙөмтәлелеген күп тапҡыр арттырыу мөһим”, - тине ул һәм һуңғы биш йыл эсендә илебеҙгә 125 миллиондан ашыу туристың килеп китеүен дә өҫтәне. “Был туриндустрияны үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эшебеҙҙең һөҙөмтәһе”, - тине Путин.