Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 11:30

ВЛАДИМИР ПУТИН ОБОРОНА-СӘНӘҒӘТ КОМЛЕКСЫ ЭШЕН КӨЙЛӘЙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин оборона-сәнәғәт комплексында импортты алмаштырыу программаһын планлаштырыуҙа хаталар тапты.

“Практика күрһәтеүенсә, ҡайһы берҙә импортты алмаштырыу буйынса эште планлаштырыуҙа һәм ойоштороуҙа хаталарға юл ҡуйылған. Һөҙөмтәлә, 2018 йылда бер нисә дәүләт оборона заказы бурысын үтәү срогы кисектерелгән, – тине дәүләт башлығы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы ултырышында. – Армияны һәм флотты ҡайтанан ҡоралландырыу буйынса барлыҡ пландарҙың үҙ-ара бәйле булыуын иҫәпкә алғанда, был етешһеҙлектәр йылдам төҙәтелергә тейеш".

Рәсәй Президенты Хөкүмәткә һәм министрлыҡтарға хәрби продукция етештереү өлкәһендә технологик бойондороҡһоҙлоҡто тәьмин итеү йәһәтенән өҫтәмә сара күрергә ҡушты.

#ВладимирПутин

Республика баҫмаларынан.
Читайте нас: