Мәшәҡәтле эш көндәре булыуға ҡарамаҫтан, райондың бик күп ойошмалары (һүрәттә) әлеге акцияға берҙәм ҡушылды, бер кем дә ситтә ҡалманы. Улар территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик шәмбе өмәһен берҙәм үткәрҙе.
Һауа шарттарының һыуыҡ, ямғырлы булыуы ла бер кемгә лә ҡамасауламаны. Санитар йыйыштырыуҙа ҡатнашыусылар тырышып эшләне, ҡойолған ағас япраҡтарын һәм ботаҡтарҙы йыйҙы. Районыбыҙ тағы ла матурланһын һәм һәр саҡ таҙа булһын өсөн уны һәр кем ҡәҙерләп һаҡларға тейеш. Әгәр барыбыҙ ҙа тирә-яҡты тәртиптә тотһаҡ Стәрлебаш ере мотлаҡ күркәмләнәсәк. Сөнки был беҙҙең дөйөм йортобоҙ, һәм ул ниндәй буласағы үҙебеҙгә бәйле.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. М.ҒӘНИЕВ фотолары.