Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2019, 11:45

Тәртипте бергәләп булдырабыҙ

Һәр кем был был тормошта үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш! Тап шулай тип иҫәпләй Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы Ринат Гәрәйшә улы Әхмәтов. 1995 йылдан алып бер аҙ өҙөклөк менән ул үҙ бурыстарын аныҡ башҡара. Әгәр ауыл буйлап йөрөп сыҡһаң, ауыл халҡы һәйбәт шарттарҙа йәшәһен өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы һәм төҙөкләндерелеүе күренеп тора, үҙ инфраструктураһы бар, мәсет манараһы күккә ашҡан. Яңы ғаилә ҡороусылар һәм ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби яҡташтары һәйкәленә сәскә һала ала. Ә быларҙың барыһы ла нисек тормошҡа ашырыла һуң? Был турала һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында беҙ унан шәхсән һорарға ҡарар иттек.

- Ринат Гәрәйша улы, Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе бөгөнгө көндә нисек йәшәүе тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Уның составына Ҡабыҡҡыуыш, Раевка, Новый Мир ауылдары инә. Унда барлығы 664 кеше йәшәй, 260 йортта шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнәләр. Территорияла фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, мәктәп, почта элемтәһе бүлеге эшләй. Әйткәндәй, халыҡ кәрәкле көндәлек хеҙмәттәр менән тәьмин ителгән.

- Статистика буйынса, биләмәлә йәшәүселәрҙең күпселек өлөшө эшкә һәләтле йәштә, уларҙы эш менән тәьмин итеү буйынса эштәр нисек бара?

- Беҙҙә халыҡ егәрле. Күптәре крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләй. Ҡайһы берҙәре Себергә китә, икенселәре яҡыныраҡ, республика сиктәрендә эш эҙләй, вахта ысулы менән эшләйҙәр, ә башҡалары Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары баҙарҙарында һөт продукцияһы һата.

- Һеҙҙең ауыл биләмәһе субсидиялау өсөн төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Уларҙың ҡайһыһын ауыл өсөн иң әһәмиәтлеһе тип иҫәпләйһегеҙ?

- Район хакимиәте, республика хөкүмәте яғынан иғтибар, бигерәк тә финанс ярҙамды беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле тип иҫәпләйем. Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһендә халыҡ киң күңелле, тырыш һәм ҡыҙыҡһыныусан. Шуға күрә йыйындарҙа йәки йыйылыштарҙа биләмә халҡы төҙөкләндереүгә бәйле проблемаларҙы үҙе билдәләй. Ә артабан инде беҙ - хакимиәт хеҙмәткәрҙәре эшләйбеҙ, уй-ниәттәрҙе бойомға ашырабыҙ. Беҙ, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында бер нисә тапҡыр ҡатнаштыҡ. 2017 йылдан башлап әлеге пргограмма ярҙамында күп проблемаларҙы хәл итә алдыҡ. Уҙған йыл мәктәпкә ремонт яһалды, унда йылы бәҙрәф урынлаштырҙыҡ, коридор реконструкцияланды. Ағымдағы йылда әлеге программа беҙҙең стадионда тулыһынса тәртип булдырырға ярҙам итте. Бынан тыш, урамдарҙағы яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырҙыҡ. Экономиялы светодиод яҡтыртҡыстарға күстек. Берҙәм Рәсәй партияһының «Ысын эштәр» проекты һөҙөмтәһендә ауыл эшсәндәренең бер нисә башланғысын тормошҡа ашырҙыҡ. Ауыл зыяраты өсөн ҙур сүкеш һәм генератор һатып алдыҡ, ял итеү паркын төҙөкләндерҙек, ауыл мәҙәниәт йортона төкәтмә итеп һалынған спорт залының түбәһен алмаштырҙыҡ. Балаларыбыҙҙы һөйөндөрөп, балалар баҡсаһында уйын майҙансығы йыһазландырҙыҡ.

- Биләмә халҡы бындай үҙгәрештәргә аңлап ҡараймы, сөнки әлеге проекттарҙы финанслауҙа уларға ла ҡатнашырға тура килә бит?

- Был үҙгәрештәрҙең барыһы ла һөҙөмтәле, улар тормош сифатын яҡшыртырға йүнәлтелгән. Был насармы ни? Дөйөм эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ. Староста Мәрғизә Собханғолова, активистар Ғәлиә Абдрахманова, имам-хатиб Мансур Сөйәрғолов халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара, уларҙың абруйлы фекеренә ҡолаҡ һалалар. Халыҡ улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Бынан тыш, фермерҙарыбыҙ ҙа ҙур ғына финанс ярҙам күрһәтә.

- Ауылығыҙ бик матур ерҙә урынлашҡан. Уртаһынан Күндерәк йылғаһы ағып ята, ә был күперҙәрҙе һәм йылға ярҙарын нығытыу өсөн өҫтәмә сығымдар талап итә. «Юл хужалығы»на ҡағылышлы проблемалар ҙа ситләп үтмәйҙер, моғайын?

- Күперҙәрҙе ҡарап торабыҙ, район бюджеты иҫәбенә Үҙәк урамда күперҙе ремонтланыҡ, ә улар беҙҙә өсәү. Йылға ярының төрлө урындарын нығытабыҙ, әммә тәбиғәткә ҡаршы барып булмай... Йылға ярҙары йыуылып, кешеләрҙең өйҙәренә яҡынайған урындар барлыҡҡа килеп тора. Бына бөгөн, мәҫәлән, Үҙәк һәм Йәштәр урамдарында ярҙарҙы нығытыу эштәрен башҡарыу зарур. Барыһы ла контролдә һәм ремонт эштәре планына индерелә. Әлбиттә, быларҙың барыһы өсөн дә аҡса кәрәк. Беҙҙә юлдар насар түгел, уларҙың торошон да ҡарап торабыҙ. 2018 йылда Новый Мир ауылында 1000 метр оҙонлоғондағы юлға ваҡ таш түшәлде. Ҡабыҡҡыуыш ауылының барлыҡ урамдарына ла яңы юл билдәләре ҡуйылды.

- Ҡабыҡҡыуыштар «Сүп реформаһы»н нисек ҡабул итте?

- Әлбиттә, барыһы ла баштан уҡ шыма ғына барманы, әммә сүпкә батып ултырып булмай бит. Таҙалыҡта һәм тәртиптә йәшәге килә. Урындағы актив һәм депутаттар менән контейнерҙар урынлаштырыу майҙандарын билдәләнек. Әлегә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ете контейнер ҡуйырға уйлайбыҙ.

- Һеҙҙең ауыл биләмәһендә бөгөнгө көндә ниндәй проблемалар бар?

- Улар күп. Тормошҡа бәйле булғандарын беренсе урынға ҡуябыҙ. Иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ хәл итеү юлдарын табыу. Иң ҙур проблема - балалар баҡсаһын ремонтлау. Уның стенаһы ярылды һәм экспертиза үткәрттек. Бина авария хәлендә тип танылды. Балалар баҡсаһын ябырға тура килде. Бының сәбәптәрен бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Граждандар йыйындарында район етәкселеге һәм белгестәрҙең күсмә ултырышында Ҡабыҡҡыуыш-Күндерәк юлының торошо тураһында мәсьәлә күтәрелде. Ысынлап та, авариялар булдырмау өсөн әлеге мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә кәрәк. Колхоздан ҡалған хужаһыҙ объекттарҙы милеккә рәсмиләштереүҙе һәм һуңынан сауҙа аша уларҙы милек итеп биреүҙе иң киҫкен мәсьәлә тип иҫәпләйбеҙ. 2020 йылға хужаһыҙ тип танылған объекттар етәү, ә барлығы улар беҙҙә егерменән ашыу ине. Уларҙы ышаныслы хужалар ҡулына тапшырғы килә, етештереү өсөн файҙаланһындар һәм яңы эш урындары булдырһындар. Һанап киткән барлыҡ проблемалар көнүҙәк булып тора һәм уларҙы кисекмәҫтән хәл итеү зарур. Беҙ ауыл биләмәһендәге аҡсаға ҡарап йәшәйбеҙ. Бюджеттан тыш, бер ниндәй өҫтәмә финанс сығанаҡтар юҡ, үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирмәҫкә тырышабыҙ. Үкенескә ҡаршы, финанс мәсьәләһен хәл итеп булмау сәбәпле, аҡланырға ла тура килә. Әммә беҙ кешеләргә һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итергә тырышабыҙ. Биләмәбеҙ үҫешергә тейеш.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: