Фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәкле заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, бында һыуыҡ һәм эҫе һыу, йылылыҡ үткән. Ҡыйғаҙыла әле 600-гә яҡын кеше йәшәй, балалар һаны ла бермә-бер арта – бөгөн 70-кә яҡын.
Йәштәр ҙә тыуған ауылында төпләнеүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, ошо ауыл егете Рәмил Нурмөхәмәтов быйыл Бөрө медицина-фармацевтика колледжының дауалау факультетын тамамлап, төйәгенә эшкә ҡайтҡан. Тәүге хеҙмәт сынығыуын тәпәй баҫҡан төйәгендә башлауына һис кенә лә үкенмәй.
– Медицина тармағын күптәр ауыр, ҡатмарлы тип һанай, әммә миңә оҡшай. Шуға ла мәктәптән һуң ҡайҙа барырға, кем булырға, тип уйланып йөрөмәнем, тура медицина колледжына уҡырға барҙым, – ти ауыл фельдшеры Рәмил Фәнғәт улы. – Йәш белгестәргә “Ауыл фельдшеры” республика программаһы нигеҙендә күрһәтелгән ярҙамды ла бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ул ауылдарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеүгә булышасаҡ.
Рәмил Нурмөхәмәтов “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, 500 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Әле уңған, тырыш егет ауылында йорт күтәрә, киләсәктә белемен камиллаштырыу маҡсатында юғары белем алырға йыйына.