Хужалыҡтың Фәүҡинур Солтанова исемендәге Һамар һөт-тауар фермаһы бөгөн тулыһынса роботтар ҡулына күскән. Улар үҙҙәре үк һыйырҙарҙы һауа, малға бесән һала, уны тарата һәм мал ҡураһын таҙарта. Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған заманса ферма киләсәктә һөт етештереү күләмен арттырыуға һәм уның сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Әле хужалыҡтың Һамар бүлексәһендә Голландиянан килтерелгән роботтарҙы монтажлау эше бара. Роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы етәксеһе Илдус Һабанбаев белдереүенсә, 400-гә яҡын малға иҫәпләнгән йылы һәм заманса ҡура 40х160 квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Бөтә эштәрҙе лә унда роботтар башҡарасаҡ, белгестәр уларҙың эшен көйләп, күҙәтеп кенә бара.
Ошо көндәрҙә Әбйәлил еренә Даниянан “голштин” тоҡомло 265 баш тана имен-һау аяҡ баҫты. Малҡайҙар юлда биш тәүлек килгән.
“Көнбайыш Европала уларҙы көнөнә бер тапҡыр машинанан төшөрөп ял иттереп, ашатып алдыҡ. Тик Рәсәйҙә ундай махсус урындар булмағанлыҡтан, бер ерҙә генә ашатырға мөмкинлек булды, – ти водителдәр. – Уның ҡарауы, машиналарҙа малға етәрлек аҙыҡ, һыу запасы тупланған, бүлектәрҙә ашатыу, һыу эсереү яйланмалары бар”.
Хужалыҡтың баш зоотехнигы Шәфҡәт Шәмсетдинов әйтеүенсә, әле сит ил “ҡунаҡтары” Озерный фермаһында, бер ай карантин билдәләнгән. Тейешле осорҙо үткәреп, прививкалар һалынғас та, малдарҙы роботлаштырылған фермаға күсереү ҡарала.
– “Голштин” тоҡомло һыйырҙар донъяла иң һөтлө булараҡ билдәле, улар тәүлегенә 30 литрға тиклем аҡ бирә. Уларҙың генетикаһы көслө. Әйткәндәй, беҙҙең белгестәр Данияға барып, малдарҙы үҙҙәре ҡарап, бар яҡлап тикшереп алып ҡайтты. Был таналарҙың елене махсус рәүештә роботтар һауыуға ҡулайлаштырылған. Бар таналар ҙа быуаҙ, тиҙҙән тәүге быҙауҙар донъяға килер тигән өмөттәбеҙ. Әлегә сит илдән килтерелгән малдарҙы ветеринарҙар етди контроль аша үткәрә, бар документтар ентекле тикшерелә, – ти Шәфҡәт Зәйнетдин улы.
Әйткәндәй, Даниянан ҡайтарылған малды алты робот һауасаҡ. Проект нигеҙендә “Красная Башкирия” хужалығына йәнә 143 баш сит ил малҡайы киләсәк. “Инвестсәғәт”тә әйтелгәнсә, хужалыҡҡа “голштин” тоҡомло мал һатып алыу өсөн субсидия биреләсәк. Тимәк, бер тананың яҡынса хаҡы 165 мең һумдан ашыу булған хәлдә, уның бер өлөшөн дәүләт ҡаплаясаҡ.
Ҡасандыр районда ғына түгел, тотош республикала “Ноу-тилл” технологияһын тәүгеләрҙән булып файҙалана башлаған “Красная Башкирия” хужалығы малсылыҡ өлкәһендә лә төбәктә беренсе булып роботлаштырылған ферманы сафҡа индереп, тиҙҙән Дания һыйырҙарынан мул һөт һауып алырға иҫәп тота.