Өйгә эштәрҙе башҡарыуға һәм яратҡан шөғөл менән булышыуға ваҡыт етмәй тип һанаған уҡыусылар киреһенсә күбәйгән (58 проценттан 65-кәсә). “Мәктәптә уҡыу бөтөнләй оҡшамай” тигән балалар нисбәте – биш, “уҡыуҙы бөгөндән ташларға теләүселәр” – ике процент.
Мәктәп уҡыусылары бөгөнгө мәғариф системаһында нимәләр оҡшамауын да әйткән. Башланғыс һәм урта кластағылар дәрестәрҙең алтауҙан артмауын, өйгә эштәрҙең артыҡ күп булмауын теләһә, IX-XI класс уҡыусылары Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнергә ваҡыт етмәүен, кәрәкмәгән, йәғни артыҡ дәрестәрҙең күп булыуын белдергән.