Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 13:16

Еңеүселәрҙең ҡәҙерле йөҙҙәрен һаҡлайыҡ!

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы «Патриот» паркында Ҡораллы көстәрҙең төп ғибәҙәтханаһын төҙөү планын бойомға ашыра. Ғибәҙәтхана территорияһында «Хәтер юлы» тарихи-мемориаль комплексының уникаль интерактив галереяһы булдырыла. Уның оҙонлоғо 1418 аҙым. Галереяла махсус технологиялар ярҙамында Бөйөк Ватана һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемдәре һәм фотоһүрәттәре күрһәтеләсәк.

Рәсәй Ҡораллы көстәр Үҙәк музейының шаҡтай ҙур проекты миллиондарса фронтовиктар һәм оборона предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, партизан һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм хәрби хәбәрселәр, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ-үҙен аямай һуғышҡан һәм күп көс түккәндәрҙең барыһының да фотоһүрәттәрен берләштерә.

Проектта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының фотоһүрәте һәм уның тураһында мәғлүмәт мультимедия музей экспозицияһына инһен өсөн, улар тураһында мәғлүмәт материалдарын «Хәтер юлы» (doroga.mil.ru) сайтына ебәрергә кәрәк. Бының өсөн сайттағы формаға минималь мәғлүмәт: фамилия, исем, атаһының исеме, аныҡ тыуған датаны яҙыу һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының фотоһүрәтен ебәреү талап ителә.

Бөтә мәғлүмәт Рәсәй Оборона министрлығының мәғлүмәт базаһында булған мәғлүмәткә берләштерелә. Шулай итеп, унан файҙаланыусы тулы исемлек менән таныша һәм үҙенең ғаилә архивын тулыландыра ала.

Тикшереү үткәндән һәм барлыҡ документтарҙы берләштергәндән һуң сайттан файҙаланыусы барлыҡ документтар беркетелгән һәм тупланған яҙыуға һылтанма яҙылған хат аласаҡ.

Порталда йыйылған мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр «Хәтер юлы» галереяһында мәңгеләштерелә.

Бөйөк Ватан һуғышында немец илбаҫарҙарынан илебеҙҙе яҡлағандар хәтеренә битараф булмағыҙ.

Р.ЛАТИПОВ, Башҡортостан Республикаһы Миәкә һәм Стәрлебаш райондарының хәрби комиссары.
Читайте нас: