Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 17:15

ҺАНЛЫ ТЕЛЕВИДЕНИЕ ӨСӨН ТАШЛАМАЛЫ ТҮЛӘҮ КЕМГӘ ТЕЙЕШ?

Башҡортостанда һанлы телевидениеға күскәндә граждандарҙың тағы ике категорияһы ярҙам алды.

Улар - өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн интернат-йорттарҙа йәшәүсе пенсионерҙар, шулай ук телепрограммаларҙы субтитрҙар менән ҡараусы насар ишетеүсе граждандар.

Һанлы тапшырыуҙар менән тәьмин итеү зонаһында булыусыларға телевизорҙарға һанлы приставкалар һатып алған өсөн 1 мең һумға тиклем аҡса компенсациялары ҡаралған. Компенсацияға документтар менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрек.


Ошо зонанан ситтә йәшәүселәр «Спутниктелеком" йәмғиәте тәрлинкәләрен ала. Граждандарға ғаризалар яҙыуҙа һәм документтар йыйыуҙа урындағы хакимиәт органдары ярҙам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар аҙағынан федераль социаль өҫтәмә алыусы пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә шундай ярҙам күрһәтелә.

Хәҙерге ваҡытта дәүләт иҫәбенә 5,4 меңдән артыҡ спутник антенналары урынлаштырылған ине. Тағы 1600 кеше һанлы телеприставкалар өсөн компенсация алды.

Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәр ғаризаларҙы ағымдағы йылдың 29 ноябренә тиклем тапшыра ала.



Читайте нас: