Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2019, 11:25

Нуриман районында репрессия ҡорбандарына һәйкәл асылды

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында Нуриман районында колония урынлаша, унда Советтар Союзының төрлө республикаларынан сәйәси золом ҡорбандары оҙатыла. Һуңыраҡ исемдәре аҡланып реабилитацияға эләккәндәрҙең күбеһе тыуған яҡтарына ҡайтырға ашыҡмай ошонда төпләнә, ауылға Красивая поляна тип исем бирә.

Әле ауылдан ташландыҡ йорттар ғына ҡалған, әммә хәтер тере. Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен аталы-уллы Алексей һәм Дмитрий Демидовтар һәм Николай Труханов күтәреп сыға.
Асылған аҡ япма хәтерҙе яңыртҡан һымаҡ, һәйкәл йөҙҙәрсә ғаиләнең әсе яҙмышын һаҡлай. Колонияға тәүге состав 1931 йылдың ҡышында, сатлама һыуыҡтарҙа килтерелә. Һәр кешегә үлем менән күҙгә- күҙ осрашырға тура килә, золом ҡорбандары аслыҡ-яланғаслыҡты кисерә, хатта подвалдарға бикләнгән балаларҙы ҡомаҡтар кимереп бөтә. Һәр бер ғаилә был ҡәһәрле йылдар хаҡында үҙ тарихын һаҡлай.
Иҫ киткес хозур тәбиғәтле был төбәк күптәр өсөн һуңғы төйәккә әйләнә. Йылдар үтеү менән тормош бер аҙ еңелләшә, колхоз, етемдәр өсөн балалар йорто асыла. Золом ҡорбандары көнө-төнө егелеп эшләй, урман ҡырҡа, таш сығара. Йәштәр үҙ-ара ғаилә ҡора башлай. Болонда Красивая поляна тигән ауыл барлыҡҡа килә.
Сүп үләндәре араһындағы сәскәләр һәм еләк-емеш ағастары ғына ҡасандыр бында кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй. Үткән быуатта тау итәгендәге колонияла репрессияға эләккәндәр йәшәй, әммә исемдәре аҡланғас та улар тыуған яҡтарына ҡайтырға ашыҡмай, мәғрүр тауҙар ҡосағындағы ошо төйәктә донъя ҡора. Әммә ауыл бөткәндәр исемлегенә эләгеп юҡҡа сыға.
Әнисә Йәһүҙинаның олатаһы менән өләсәһе колонияға Саҡмағош районынан оҙатыла, етеш йәшәгән ғаиләгә кулак мөһөрө һуғыла. Улар бында килгәс тә юғалып ҡалмай, ҡайғы-хәсрәтен эш менән баҫа. Һуңғараҡ Йәһүҙиндарҙың исемдәре аҡлана, әммә ғаилә күҙ йәштәре, әсе тирҙәре тамған тупраҡты ташлап китмәй.
Сәйәси золом ҡорбандарының нәҫелдәре йылдар үтһә лә ата-бабаларын онотмай. Ауыл янындағы ҡалҡыулыҡта асылған һәйкәл мәңгелек хәтер сағылышы, уны халыҡ үҙ теләге, үҙ көсө менән ҡуйған.
Тарихсылар иҫәпләүенсә, Нуриман лагерына оҙатылған репрессия ҡорбандарының һаны мең ярымға ла етеүе ихтимал. Күп кешеләр хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Теүәл һандарға, был ерҙә күрелгән аһ-зарҙарға бары тауҙар шаһит, ә һәйкәл тереләр өсөн, киләсәк өсөн.
Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: