Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 13:46

Өфөлә Башҡортостан мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәр билдәләнә

17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумында республика мөфтөйө вазифаһына дәғүәселәрҙе раҫларға тейештәр, тип яҙа «Ъ-Өфө»,

Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков белдереүенә һылтанма менән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә күп йылдар мөфтиәткә етәкселек иткән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды, июндә ул арабыҙҙан китте. Ошо ваҡыттан мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын уның урынбаҫары Айнур хәҙрәт Бирғәлин башҡара.
Баҫма хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе һайланырға тейешле съезд 16 октябргә билдәләнгән. Вячеслав Пятков һүҙҙәренсә, 55 кешенән торған пленум был вазифаға бер, шулай уҡ бер нисә кандидатура тәҡдим итә ала.

Читайте нас: