Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2019, 19:30

ДӘҮЛӘТ ИҪӘБЕНӘ УҠЫЙҘАР

Республика предприятиелары һәм ойошмаларының пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға субсидия алыу мөмкинлеге бар. Был эш “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Республикала социаль мәсьәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, шул иҫәптән өлкән быуын вәкилдәренең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға, уларҙы заманға яраҡлаштырыуға, белемен камиллаштырыуға, буш ваҡыттарын файҙалы үткәртеүгә һ.б. ҙур иғтибар бүленә. Был хаҡта күптән түгел Өфөлә үткән Рәсәй пенсионерҙарының VI спартакиадаһындағы сығышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та белдерҙе. Уның күрһәтмәләре буйынса, хаҡлы ялдағыларҙы төрлө яҡлап хәстәрләү дәүләттең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡаласаҡ.Билдәле булыуынса, пенсия йәшенә етеп килгәндәрҙе уҡытыу тап “Демография” милли проектына ярашлы быйыл башланды. Артабан йыл да хаҡлы ялға сығасаҡ, әле эшләп йөрөгән 1,5 мең кеше өҫтәмә белем аласаҡ. Милли проект тормошҡа ашырылған осорҙа дөйөм күрһәткес туғыҙ мең самаһына етергә тейеш. Бындай уҡытыу өсөн төбәктә йыл да 108,8 миллион һум бүленәсәк. Сумманың 103,4 миллион һумы - федераль бюджеттан, 5,4 миллион һум - республика ҡаҙнаһынан. Уҡыу ваҡыты – уртаса өс ай. Белем алған һәр кем өсөн 68,5 мең һум сығым ҡаралған.

#Миллипроекттар
Читайте нас: