Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 21:00

Республика халҡы сүп-сар сығарған өсөн интернет аша түләй ала

“Эко-Сити” төбәк операторы ошондай мөмкинлек булдырған. Ойошма Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондары һәм ҡалалары халҡын хеҙмәтләндерә. Яңы система бер ай элек уңышлы һынау үткән, 160 кеше ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн интернет аша түләгән.

Төбәк операторы сайтында шулай уҡ мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Халыҡ төрлө һорауҙар биреп мәсьәләне тиҙ арала хәл итә ала.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: