Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2019, 11:20

Путин Эрдагон менән СУ-57 буйынса эште тикшерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган менән бергәләп Рәсәй авиатехникаһын етештереү тураһында фекер алышты. Был турала Рәсәй Башлығы ТАСС һорауҙарына яуап биргәндә Эрдагон менән һөйләшеү йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында белдерҙе.

- Беҙҙең мөмкинлектәребеҙ күп, беҙ ҡоралдың һәм радиоэлектрон көрәштең яңы системаларын һынап ҡараныҡ. Былар Төркиә вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындырҙы, минеңсә, - тине В.Путин.Әйткәндәй, быҙ быға әҙер һәм айырым йүнәлештәр буйынса эшләргә мөмкинлек бар.

Рәсәй хәрби һәм граждандар авиацияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән ғорурлана, тип билдәләне Путин. Эрдагон Төркиәлә санитар авиация үҫеше буйынса тотош программа ғәмәлгә ашырырға ниәтләй тип хәтергә төшөрҙө Путин..
Читайте нас: